ДИНИ СЕМИНАРИЯ, православие руханиҙарын әҙерләү өсөн урта уҡыу йорто. Өфөлә урынлашҡан. 1800 й. асыла. Епархия Преосвященныйының Баш идаралығы ҡарамағында була, Изге Синод аҡсаһы иҫәбенә тотола. Уҡытыу‑тәрбиә процесына семинария идараһы етәкселек итә, составына ректор, инспектор һәм уҡытыусылар араһынан эконом инә (1884 й. алып тағы ла 3 уҡытыусы һәм епархияның 2 руханийы). Д.с. өйәҙ училищеларын тамамлаусылар ҡабул ителгән. Уҡыу бушлай булған (1863 й. алып түләү м‑н дини булмаған ҡатлам вәкилдәре лә ҡабул ителә башлай). Уҡыу курсы — 6 йыл (3 өлкән һәм 3 бәләкәй класс). 1818 й. өлкән кластарҙың уҡыу курсы 2‑шәр йыллыҡ 3 бүлексәгә бүленә (1873 й. 6 класлы итеп үҙгәртелә); бәләкәй кластарҙан үҙ аллы уҡыу йорто булараҡ Ир балалар дини училищеһы ойошторола. Уҡыу программаһына катехизис, сиркәү уставы, Изге Яҙма, дини тәғлимәт, православие динле булыу, сиркәү ҡануниәте хоҡуғы, дини китаптар т‑дағы ғилем, сиркәү йыры, христиан сиркәүе тарихы, риторика, тарих, грамматика, физика, арифметика, алгебра, география, археология, йәһүд теле, 1830 й. — башҡорт, татар һәм сыуаш телдәре, 1867 й. тиклем Библия тарихы, герменевтика, патистика һ.б ингән. 1807 й. — теләгәндәр өсөн славян‑грек‑латин дини телмәр оҫталығы, рәсем, 1808 й. француз һәм немец теле дәрестәре индерелгән. Д.с. эргәһендә Изге Иоанн Златоуст исеменә бағышланған йорт сиркәүе, 1 класлы (1912 й. — 4 класлы) өлгөлө мәктәп, дауахана (1829 й. алып), етемдәр йорто (1804 й. алып), ятаҡ булған; Өфө епархияһының сиркәү ҡомартҡыларын һаҡлау һәм теркәү б‑са сиркәү‑археология комитеты эшләгән (1912 й. алып). 1861 й. 126 кеше уҡыған, 1899 — 181, 1909 — 173, 1911 — 21 кеше. Д.с. м‑н В.Ф.Владиславлев, Евграф, Мефодий, В.М.Черемшанский һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. 1919 й. Д.с. 2‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе итеп үҙгәртелә. Ректорҙары: Успение ирҙәр монастыры настоятелдәре (1800—69), И.Добряков (1870 й. алып), В.Бережковский (1879 й. алып), Н.Вознесенский (1891 й. алып), А.Никольский (1901 й. алып), Фаддей (1903 й.), Евграф (вазифа башҡарыусы; 1903 й. алып), Мефодий (1906 й. алып), архимандриттар Павел (1913 й.), Артемий (1915—17). 1828 й. башлап семинария үҙенең 4 ҡатлы таш бинаһында (хәҙ. К.Маркс урамы, 3) урынлашҡан, был бина — архитектура ҡомартҡыһы һәм ҡала төҙөлөшө ҡомартҡыһы.

Әҙәб.: Златоверхников  И.Е. Уфимская епархия. Уфа, 1899.

В.В.Латипова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.