ДИНИ АСКЕТИЗМ (гр. asketes – күнегеүсе), тормош рәхәтлектәренән, уңайлыҡтарынан һәм кинәнестәрҙән баш тартҡанда ғына Аллаға ысын мәғәнәһендә хеҙмәт итергә мөмкин тигән ҡарашҡа нигеҙләнгән йәшәү рәүеше. Д.а. төп талаптары: ураҙа (туҡланыуҙа тыйылыу), нәфсене һәм эш‑ҡылыҡтарҙы тулы контролдә тотоу. Д.а. вәғәзе дини системаларҙың күбеһенә хас. Христианлыҡта Д.а. өлгөһө тип Иисус Христос тормошо һанала. Иртә христианлыҡта ураҙа тотоусылар һәм доғасылар аскет була, б.э. 4 б. башынан Д.а. схима (монастырға бикләнеү һәм монахлыҡта айырыуса ҡәтғи ҡағиҙәләрҙе тотоу) рәүешен ала. Исламда тәүге аскеттар Мөхәммәт пәйғәмбәргә эйәреүселәр араһында була. Мосолман дине тәғлимәтселәренең күбеһе Д.а. күңел м‑н йөрәктең донъяуи әшәкелектән “таҙарыныуы”, уларҙың дини хәҡиҡәттәрҙе ҡабул итеүгә әҙерләнеүе юлын күрә. Суфыйсылыҡта Д.а. иң юғары формаһы осрай: “тыйылыуҙа тыйылыу”. Нәфсеһен тулыһынса йүгәнләп, суфый артабан “әл-әхирәне” (теге донъяны) танып белеү юлынан китә алған. Дәрүиштәр, ишандар, әүлиәләр һ.б. аскетлыҡ тормошо м‑н йәшәгән.

М.Ғ.Вәлиева

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018