АВТОМОБИЛЬ СПОРТЫ, уҙыш, спорт һәм сериялы автомобилдәрҙә ярыштар. А.с. автокросс, картинг, ралли, тауҙағы уҙыштар, трек уҙыштары, түңәрәк б‑са уҙыштар һ.б. инә. Башҡортостанда 20 б. 30‑сы йй. башынан үҫешә. 1937 й. алып “Башавтомотоклуб” А.с. үҫеш үҙәге булып тора, 50‑се йй. Бәләбәй, Октябрьский, Өфө, Салауат ҡҡ. ДОСААФ клубтары (ҡара: Рәсәй армияһына, авиацияһына һәм флотына булышлыҡ итеү ирекле йәмғиәте) эшләй.1936 й. респ. беренсе автомобиль ярыштары (Өфө—Стәрлетамаҡ—Өфө, Өфө—Ырымбур—Өфө) уҙғарыла. 60—90‑сы йй. респ. уҙышсылары А.с. б‑са бөтә Союз һәм бөтә Рәсәй ярыштарында сығыш яһай. 1987 й. Өфөлә РСФСР Автомобиль транспорты министрлығы беренселеге үткәрелә, 1991 й. — ҡышҡы трек уҙыштары б‑са РСФСР чемпионаты финалы.

Респ. А.с. б‑са СССР‑ҙың тәүге спорт мастеры — А.А.Безденежных (1988); А.А.Ерофеев һәм В.И.Макаров (1991—96 йй. СССР, БДБ һәм Рәсәй йыйылма командалары ағзалары) халыҡ-ара автоуҙышсы сертификатына эйә. В.В.Амброх баггила автокроста РСФСР халыҡтары спартакиадаһының көмөш призёры була (1986), Безденежных — СССР һәм РСФСР чемпионаттарының көмөш призёры (1987), А.В.Ғәлин — РСФСР чемпионаты чемп. (1989) һәм көмөш призёры (1988), РСФСР Автомобиль транспорты министрлығы беренселеге еңеүсеһе (1987—89), В.И.Зарубин — СССР, РСФСР чемпионаттарының һәм РСФСР халыҡтары йәйге спартакиадаһының көмөш призёры (1990), Е.В.Кондров — Урал федераль округы чемпионатының көмөш призёры (2010). И.З.Рахманов — шоссела түңәрәк б‑са уҙыштарҙа РСФСР чемпионатының көмөш призёры (1980). 1993 й. илдә беренсе тапҡыр автокросс б‑са еңел автомобилдәрҙә Европа чемпионатының көмөш призёры өфөлө Ерофеев була, чемпионаттың 4 этабы еңеүсеһе — уның яҡташы Макаров. Лондон—Сидней (1968) һәм Лондон—Мехико (1970) раллиҙарында Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә сығарылған двигателле “Москвич” автомобилдәрендә СССР йыйылма командаһы уҙышсылары еңеү яулай. 1991 й. алып респ. Рәсәй автомобиль федерацияһының төбәк бүлексәһе эшләй. А.с. м‑н тренерҙар Ғәлин, Зарубин, В.А.Красильников, Рахманов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Н.А.Ермоленко

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018