ДИН ҒИЛЕМЕ, дин т‑да дини, филос. һәм аныҡ фәнни белемдәр комплексы. Д.ғ. үҙ аллы дисциплина булараҡ 19 б. формалаша. Дин антропологияһын, психологияһын, социологияһын, тарихын, феноменологияһын, философияһын үҙ эсенә ала. Диндең барлыҡҡа килеү, үҫеү һәм эш итеү законлылыҡтары Д.ғ. тикшеренеү предметы булып тора. Донъя, традицион төбәк йәки милли диндәрҙе, ш. уҡ хәҙерге дини хәрәкәттәрҙе һәм культтарҙы өйрәнә.

Башҡортостанда исламды өйрәнеүгә — А.Р.Йәнғужин, И.Р.Насиров, Р.Й.Рәхмәтуллин, З.Й.Рәхмәтуллина, Р.Ғ.Садиҡов, В.К.Сәмиғуллин, А.Б.Юнысова, М.Т.Яҡупов һ.б., диндең урыҫ философияһын, дин философияһы тарихын — А.П.Андреев, Д.Ю.Васильев, Р.Р.Вәхитов, С.В.Мотин, А.П.Соловьёв, 20 б. Башҡортостанда православие тарихын — Н.П.Зимина, Башҡортостанда христианлыҡ тарихын — М.В.Мырҙабулатов, Ю.Н.Сергеев, А.Р.Ширғәзин, дин һәм рухилыҡтың үҙ‑ара бәйләнеше проблемаларын өйрәнеүгә Д.Ж.Вәлиевтең хеҙмәттәре арналған.

Д.Ю.Васильев, Е.Ю.Рудкевич

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018