ДИДАКТИКА (гр. didaktikos — өйрәтеүсе, уҡытыуға ҡағылышлы), белем биреү һәм уҡытыу теорияһы, педагогика тармағы. Уҡытыусы м‑н уҡыусыларҙың үҙ‑ара эшмәкәрлегенә нигеҙләнгән уҡытыу процесын тикшерә. Уҡытыу процесының төрлө өлөштәре араһындағы факттарҙы, үҙ‑ара бәйләнештәрҙе асыҡлау ярҙамында уҡытыуҙың педагогиканан тыш һәм педагогикаға ҡағылышлы ҡанундарын өйрәнә, уҡыусыларҙың белем, оҫталыҡ һәм күнекмәләрҙе үҙләштереү законлыҡтарын аса, уҡытыу ысулдарын һәм ойоштороу формаларын камиллаштыра һ.б. Д. — теоретик һәм норматив‑ғәмәли фән, уҡытыу практикаһын фәнни яҡтан нигеҙләү, уҡытыу принциптарын асыҡлау, белем биреү йөкмәткеһенең күләмен һәм структураһын билдәләү, уҡытыу ысулдарын һәм сараларын ҡулланыуҙың нормативтарын эшләү уның төп функциялары булып тора.

Башҡортостанда Д. үҫеше Аҡмулла, А.Г.Бессонов, М.М.Биксурин, Н.Ф.Катанов, В.В.Катаринский, С.Б.Күкләшев, М.И.Өмөтбаев, В.В.Радлов, Ш.Сөнчәләй, Р.Ф.Фәхретдинов исемдәренә бәйле, улар милли йолалар, традицияларға нигеҙләнгән уҡытыу‑тәрбиә идеяларын тарата, уҡытылған фәндәрҙең структураһына, балаларҙы уҡытыу һәм тәрбиәләү ысулдарына, методикаһына, мәктәп һәм мәҙрәсәләр өсөн дәреслек, уҡыу әсбаптары төҙөүгә айырым иғтибар бирә. Д. үҫтереүҙә Ж.Ғ.Кейекбаев, Ф.Х.Мостафина, З.Ш.Шакиров, С.Р.Әлибаев мөһим роль уйнай. Хәҙ. заман Д. уҡытыуҙы дифференциациялау, модулле һәм программалаштырылған уҡытыу, профилле уҡытыу, педология, пед. психология, пед. технологиялар, үҙ аллы белем алыу, индивидуаль уҡытыу системалары, үҙәкләштерелгән тест үткәреү, этнопедагогика һ.б. көнүҙәк мәсьәлә булып тора. Респ. Д. проблемаларын өйрәнеү Х.Х.Баймырҙин, В.И.Баймырҙина, П.П.Козлова, Ә.З.Рәхимов, Н.С.Сытина, Ф.Ш.Тереғолов, Э.Ш.Хәмитов, Р.М.Әсәҙуллин, К.Ш.Әхиәров һ.б. тикшеренеүҙәре м‑н бәйле. Д. фәндәр методикаһын, билдәле бер фәнде уҡытыу теорияһын төҙөүҙә нигеҙ булып тора. Ә.М.Аҙнабаев, Р.Ғ.Аҙнағолов, Т.Х.Аслаев, М.Ғ.Ғималова, В.Ш.Псәнчин, Д.С.Тикеев, Х.С.Фәритов, Ғ.Б.Хөсәйенов һ.б. — башҡорт телен һәм башҡорт әҙәбиәтен, Ф.Ф.Аҙнабаева, К.З.Закирйәнов, Л.Ғ.Сәйәхова, З.Ғ.Сәхипова, М.Х.Хәйруллина, Л.З.Шакирова, Р.В.Әлмөхәмәтов һ.б. — башҡ. мәктәбендә урыҫ телен, М.Ә.Хәсәнов — башҡ. мәктәбендә инглиз телен уҡытыу методикаһын эшләүгә һәм үҫтереүгә, В.П.Сухов, М.Ф.Хисмәтов — географияны, С.Т.Һатыбалдина химияны уҡытыу методикаһына ҙур өлөш индерә. Тикшеренеү эштәре пед. вуздарының, Башҡорт дәүләт университетының, Мәғарифты үҫтереү институтының педагогика һәм айырым методикалар каф., респ. инновацион белем биреү учреждениеларында (гимназия, лицейҙарҙа һ.б.) алып барыла.

Р.В.Әлмөхәмәтов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018