ДӘҮЛӘТБАЕВ Тәлғәт Шаһимәрҙән улы (13.7.1925, БАССР-ҙың Йылайыр кантоны Хәйбулла а., хәҙ. БР-ҙың Хәйбулла р-ны Аҡъяр а.), совет партия-дәүләт эшмәкәре. Техник ф. канд. (1955). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. ӨНИ‑не тамамлаған (1952). 1955 й. алып СССР ФА БФ-тың иҡт. тикшеренеүҙәр бүлегенең өлкән ғилми хеҙм‑ре, 1957 й. башлап (өҙөклөк м-н) Өфө нефть сәнәғәте ҒТИ-ның өлкән ғилми хеҙм‑ре, лаб. мөдире. 1961—63 йй. Сүриәлә эшләй. 1966 й. КПСС Башҡ‑н өлкә ком‑тының бүлек мөдире, 1972 й. алып Башҡ‑н профсоюздар өлкә советы рәйесе. 1982—86 йй. БАССР-ҙың Кинофикация б-са дәүләт ком‑ты рәйесе. 30-ҙан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. БАССР ЮС‑ының 7—10-сы саҡырылыш депутаты. 1‑се (1945) һәм 2-се дәрәжә (1945, 1985) Ватан һуғышы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976), Халыҡтар дуҫлығы (1981), “Почёт Билдәһе” (1971) орд. м-н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Опыт бурения электробуром в Башкирии. Уфа, 1958; Влияние перфорации на цементное кольцо и колонну в нефтяных скважинах. Уфа, 1960 (авторҙ.); Крепление и освоение скважин уменьшенного и малого диаметра. Уфа, 1961 (авторҙ.).

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке