ДӘҮЛӘТ ХЕҘМӘТЕ ҺӘМ ИДАРА ИТЕҮ АКАДЕМИЯҺЫ, 1991 й. Өфөлә Башҡ‑н коммерция акад. булараҡ асыла, 1992 й. алып Башҡ‑н идара итеү акад., 1994 й. — БР Президенты ҡарамағындағы Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы, 2015 й. — Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы. Акад. составында 5 ф-т (дәүләт һәм муниц. идара итеү, өҫтәмә проф. белем биреү, дәүләт һәм муниц. хеҙм-рҙәрҙе проф. яҡтан яңынан уҡытыу һәм уларҙың квалификацияһын күтәреү, иҡт. һәм идара итеү, юридик), идара итеү һәм дәүләт хеҙмәте проблемаларын фәнни-тикшеренеү үҙәге, нәшриәт, ғилми китапхана. Тамамлағандарға белгес, бакалавр, магистр квалификацияһы бирелә. Уҡытыу көндөҙгө, көндөҙгө-ситтән тороп һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә 6 һөнәр һәм 6 йүнәлеш б‑са алып барыла. 7 һөнәр б-са аспирантура, 1 һөнәр б-са докторантура, докторлыҡ һәм кандидатлыҡ дисс. яҡлау б-са совет эшләй. Уҡытыусылар араһында 19 фән д‑ры һәм 90 фән канд. (2011). 1995 й. алып 4,6 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән, 20 меңдән ашыу кеше квалификацияһын күтәргән. Акад. йыл һайын 100-ҙән ашыу уҡыу әсбабы, монография, фәнни хеҙмәттәр йыйынтығы баҫылып сыға; “Экономика и управление: научно-практический журнал” ж. (БР‑ҙың Фәндәр академияһы м-н берлектә) нәшер ителә. Ректорҙары: Ә.Х.Мәхмүтов (1992 й. алып), М.Ә.Әйүпов (1998—2003, 2007 й. алып), И.Р.Ғимаев (2003 й. алып), С.Н.Лаврентьев (2011 й. алып), Г.А.Колобова (2016 й. алып вазифа башҡарыусы).

Р.А.Федько

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке