ДЕМОГРАФИК СӘЙӘСӘТ, тыуымға, үлемгә, ғүмер оҙайлығына, халыҡ миграцияһына тәьҫир итеп, халыҡтың тәбиғи артыу режимын һаҡлап ҡалыу йәки үҙгәртеү һәм оҙайлы перспективала күҙалланған күрһәткестәргә өлгәшеү маҡсаттарында дәүләт органдары һәм йәмәғәт ойошмаларының дәүләттәге демографик процестарҙы көйләүгә йүнәлтелгән эшмәкәрлеге (ҡара: Демография). Д.с. алып барыу төбәктең соц.‑иҡт. үҫеше күҙаллауҙарына, халыҡ һаны, составы, күсеп йөрөүе һәм халыҡ һанының ғәмәли үҙгәреше күрһәткестәрен анализлауға таянып эшләнә. Иҡт. һәм соц. сәйәсәттән айырмалы рәүештә, Д.с. оҙайлы мөҙҙәткә эшләнә.

СССР‑ҙа Д.с. совет власы урынлашыуҙың тәүге йылдарында уҡ үҫеш ала: бала табыу йорттары, мәктәпкәсә балалар учреждениелары, ҡатын-ҡыҙ консультациялары һ.б. асыла башлай. РСФСР 1920 й. аборттар рөхсәт ителгән тәүге дәүләт була (1936–55 йй. тыйыла). Ғаиләне нығытыу, балалар учреждениеларының, көнкүреш һәм дөйөм туҡланыу хеҙмәттәренең киң селтәрен ойоштороу т‑да хәстәрлек күреү, бала тыуғанда пособиелар түләү б‑са дәүләттең бурыстары СССР Конституцияһында (1977) теркәлә. Шулай ҙа совет осоронда демографик көйләү саралары системаһыҙ алып барыла.

Башҡортостанда 1978 й. З.Ш.Аҡназаров етәкс. Респ. демографик комиссияһы төҙөлә. 200‑ҙән ашыу ғалим‑белгес ҡатнашлығында “БАССР‑ҙа демографик хәлде яҡшыртыуҙың комплекслы программаһы” эшләнә. 2002 й. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тарафынан “Башҡортостан Республикаһының 2015 йылға тиклемге оҙайлы демографик сәйәсәте концепцияһы” хуплана, унда тормош сифатын яҡшыртыу, ғаилә‑никах мөнәсәбәттәрен нығытыу, бала табыуҙы дәртләндереү, ғаиләнең йәмғиәттәге һәм шәхси ҡиммәттәрен күтәреү, айырылышыуҙарҙы кәметеү, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә ярҙам итеү, балалар гинекологияһын үҫтереү һәм беренсел түлһеҙлекте кәметеү, субсидиялар биреү һәм ғаиләләге бала һанынан сығып льготалы кредит биреү юлы м‑н йәш ғаиләләрҙең торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға һ.б. йүнәлтелгән саралар ҡарала. Шулай уҡ халыҡтың һаулығын нығытыу һәм ғүмер оҙайлығын арттырыу б‑са саралар билдәләнә: мед. ярҙамы күрһәтеү өсөн уңайлы шарттар булдырыу; йәрәхәтләнеү, ағыуланыуҙы иҫкәртеү; физик культура, спорт, туризмды үҫтереү; сәләмәт йәшәү рәүешен формалаштырыу; тәмәке тартыу, алкоголизм, наркоманияға ҡаршы көрәш б‑са эште көсәйтеү; Респ. перинаталь үҙәге эшен ойоштороу һ.б. Миграция һәм халыҡты урынлаштырыуҙы көйләү сиктәрендә БР‑ға БДБ һәм Балтик буйы илдәренән иммигранттарҙы йәлеп итеү һәм респ. интеллектуаль ҡеүәтен ситкә ебәрмәү өсөн соц.‑иҡт. шарттар булдырыу; халыҡты респ. эсендә урынлаштырыу системаһын тергеҙеү һ.б. беренсе урында тора. Д.с. был йүнәлештәре иҡт. (адреслы матди ярҙам, льготалы кредиттар һ.б.), адм.-хоҡуҡи (закон акттары һ.б.), ойоштороу (махсус комиссиялар булдырыу, конф. уҙғарыу һ.б.), фәнни‑пропагандистик (тикшеренеүҙәр үткәреү, киң мәғлүмәт саралары аша пропаганда алып барыу) саралар комплексын эшләү аша бойомға ашырыла. Оҙайлы Д.с. концепцияһында күрһәтелгән өҫтөнлөктәр халыҡ һанын арттырыу өлкәһендә аныҡ сараларҙы планлаштырғанда һәм тормошҡа ашырғанда дәүләт власы органдары өсөн нигеҙ булып тора. Бер нисә дәүләт программаһы эшләнә: 2006–11 йй. — “Башҡортостан Республикаһы балалары”, 2007–11 йй. — “Әсә һәм бала”, 2003–12 йй. — “Башҡортостан халыҡтары”, 2010–12 йй. — “Ғаилә” һ.б. “Башҡортостан Республикаһында ғаиләне, әсәлекте, атайлыҡты һәм балалыҡты һаҡлау тураһында” (1993), “Башҡортостан Республикаһында күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы тураһында” (2000), “Башҡортостан Республикаһында йәш ғаиләләргә дәүләт ярҙамы тураһында” (2002) БР Закондары ҡабул ителә. 1998 й. 16 апр. Башҡортостан Республикаһы Президенты указы м‑н “Әсәлек даны” миҙалы булдырыла, уға биш һәм унан күберәк бала табып тәрбиәләгән ҡатындар лайыҡ була. “Ғаилә йылы” (1998), “Бала йылы” (1999), “Әсә йылы” (2001), “Спорт һәм сәләмәт тормош йылы” (2003), “Тирә‑яҡ мөхит йылы” (2004), “Ғаиләгә социаль ярҙам йылы” (2008) респ. программалары бойомға ашырыла.

Р.Ә.Ғәлин

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.