ДЕМЕНТЬЕВ Евгений Павлович (10.4.1939, Смоленск өлк. Иҫке Широкий а.), ветеринар врач. А.х. ф. д‑ры (1991), проф. (1992). БАССР‑ҙың атҡ. ветеринар врачы (1980), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2000). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1964) Мәсетле район ветеринария ст. ветеринар врач булып эшләй. 1969 й. алып БДАУ‑ҙа (1994—2009 йй. зоогигиена, эпизоотология һәм ветеринария‑санитария экспертизаһы каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге төрлө техноген факторҙар (һауаның бысраныуы, тауыш һ.б.) тәьҫиренә а.х. малдарының тәбиғи ҡаршы тороусанлығы формалашыуын өйрәнеүгә арналған. Д. тарафынан һауаны яһалма рәүештә ионлаштырыу технологияһы эшләнә, ул БР, РФ һәм Белоруссияның сусҡасылыҡ комплекстарында индерелә. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 1 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Влияние аэроионизации на естественную резистентность и иммунный статус телят, вакцинированных против сальмонеллёза. Уфа, 2006 (авторҙ.); Гигиеническое и экологическое значение аэроионного спектра атмосферы и воздуха животноводческих помещений. Уфа, 2008 (авторҙ.).

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.