ДӘҮЛӘКӘН ЙӘМИҒ МӘСЕТЕ, 1907 й. тиклем Бәләбәй өйәҙе Этҡол а. (хәҙ. Дәүләкән ҡ. эсендә) ошо ауыл кешеләре тарафынан сауҙагәрҙәр Н.Ғ.Кәримов, ағалы‑ҡустылы А. һәм М. Үтәмешевтәр аҡсаһына төҙөлә. БР Диниә назараты ҡарамағында. Мәсет (25,0×12,9×4,8 м) бер ҡатлы, 2 яҡлы ҡыйыҡлы; стенаһы аҡ таштан һалынған һәм ҡомташ м‑н биҙәлгән. Манараһы ағастан, яҡынса 12 м бейеклектә (тәүҙә кирбестән, яҡынса 30 м булған). Мәсеттә 2 намаҙ уҡыу залы бар. 20 б. башында мәсет эргәһендә урта мәҙрәсә эшләй (етәксеһе И.Ишәев). 1930 й. ябыла, манараһы һүтелә, бинаһында клуб ойошторола. 1993 й. мәсет дин тотоусыларға ҡайтарыла, уны тергеҙеү эштәре башлана. Д.й.м. эргәһендә 1993 й. алып Ҡөрьән уҡыу алымдарын, ғәрәп яҙмаһы нигеҙҙәрен, фикһты, хәҙистәрҙе өйрәнеү курстары эшләй; китапханаһы бар. Мәсет Дәүләкән ҡалаһының һәм р‑нының дини тормошо үҙәге булып тора; унда көн һайын 5 намаҙ уҡыла; мосолман байрамдары үткәрелә. Имам-хатиптары: М.Баҡыев (1993 й. алып), С.Х.Ғәбделмәнов (1995 й. алып), Н.И.Мөхәррәмов (2005 й. февр. алып), Р.Р.Сафин (2005 й. сент. алып). Д.й.м. бинаһы — мәҙәни мираҫ объекты..

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке