АВТОМОБИЛЬ ПОЕЗЫ, ярым тағылма йәки тағылма (бер йәки бер нисә) м‑н эшләүсе автомобиль‑тартҡыс. Пассажир (тағылмалы автобус) һәм йөк А.п. айырып йөрөтөлә. А.п. файҙаланыу йөк күтәреүсәнлекте 1,5—2 тапҡырға арттырырға (тейешле хәрәкәтсәнлекте элеккесә һаҡлап ҡалып) һәм юлға сағыштырма йөкләмәне кәметергә, йөк әйләнешен арттырырға һәм йөк ташыуҙың үҙҡиммәтен кәметергә мөмкинлек бирә. 1982 й. алып Нефтекама автозаводында А.п. составында эшләү өсөн төрлө тәғәйенләнешле — үҙбушатҡыс, бортлы, япмалы — тағылмалар һәм ярым тағылмалар; нефть продукттарын ташыу өсөн цистерналар сығарыла. А.п. төҙөгәндә тартҡыс итеп ш. уҡ пр‑тиела етештерелгән йөк автомобилдәре файҙаланыла.

В.К.Корнеев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке