ҒИМАЛОВА Мәрйәм Ғилметдин ҡыҙы [22.6.1922, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Дыуан‑Мәсетле а. (БР‑ҙың Мәсетле р‑ны) — 24.9.2006, Өфө], педагог‑методист. Пед. ф. канд. (1961). РСФСР (1987) һәм БАССР (1969) мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы, РСФСР- ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1967, 1976), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (1994). К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлаған (1953). 1949 й. алып 1‑се Башҡ. респ. мәктәп‑интернаты уҡытыусыһы, 1958—91 йй. Милли мәктәптәр ҒТИ Башҡ‑н филиалының өлкән ғилми хеҙм‑ре. Фәнни тикшеренеүҙәре мәктәптәрҙә һәм пед. училищеларында башҡорт әҙәбиәтен уҡытыу методикаһына арналған. 200‑ҙән ашыу фәнни һәм уҡытыу-методик хеҙмәт, ш. иҫ. башҡ. мәктәптәре өсөн башҡ. әҙәбиәте б‑са дәреслектәр авторы.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика