ГЕОЛОГИЯ ИНСТИТУТЫ, 1951 й. Өфөлә СССР ФА БФ‑тың Тау-геология ин‑ты булараҡ асыла, 1964 й. алып СССР Геология министрлығы ҡарамағындағы Геология ин‑ты, 1967 й. —  СССР ФА БФ‑тың (1987 й. башлап СССР ФА УрБ БФҮ) Геология ин‑ты, 1992 й. —  РФА Өфө ФҮ‑нең Г.и. Фәнни эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: файҙалы ҡаҙылма ятҡылыҡтарының барлыҡҡа килеү һәм урынлашыу шарттарын өйрәнеү, Көньяҡ Уралдың һәм уның м‑н сиктәш терр‑яларҙың геодинамикаһын, геоморфологияһын һәм яңы тектоникаһын, Көнсығыш Европа платформаһының һәм Уралдың стратиграфияһын тикшереү. Институт составы: 9 лаб., геомагнит ст. (БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны Александровка а.). Ғилми хеҙм‑рҙәр араһында 1 РФА-ның мөхбир ағзаһы, 2 БР ФА акад., 15 фән д‑ры һәм 23 фән канд. (2011). 5 һөнәр б‑са аспирантура эшләй. Институт ғалимдары Урал һәм Урал буйы рельефының йәшлек концепцияһын нигеҙләгән, уның неотектоник шартлылығын асыҡлаған; Уралдың һәм Урал алды бөгөлөнөң шарьяж төҙөлөшөн (ҡара: Шарьяж теорияһы) иҫбатлаған; Уралдың палеозой геодинамикаһын анализлаған һәм уның төп законлыҡтарын асыҡлаған, Көньяҡ Уралдың палеовулканологик картаһын төҙөгән (ҡара: Вулканизм), Урал тибындағы колчедан ятҡылыҡтарының генетик моделен эшләгән, алтын мәғдәнле яландарҙың һәм ятҡылыҡтарҙың формалашыу структураһын һәм шарттарын асыҡлаған (ҡара: Металлогения); республикалағы ер аҫты һыуҙарының 40‑тан ашыу геохимик һәм генетик тибын тасуирлаған һәм классификациялаған; уларҙың формалашыу һәм урынлашыу законлығын асыҡлаған (ҡара: Гидрогеология), йылылыҡ ағымының Урал аномалияһын тапҡан, Көньяҡ Уралдағы үткән 100 мең йыллыҡ осорға климат үҙгәрештәренең реконструкцияһын яһаған һәм геотермик мәғлүмәттәр б‑са боҙлоҡтан һуңғы йылыныу тирбәлештәренә баһа биргән (ҡара: Геотермия); Көньяҡ Уралдың һәм Урал буйының мезозойҙағы һәм кайнозойҙағы рельеф үҙгәрешен өйрәнгән; БР терр‑яһы өсөн тәүге тапҡыр хәҙ. сейсмотектоник әүҙемлек характеристикаһын эшләгән һәм микросейсмик районлаштырыу картаһын төҙөгән; кембрий алдыһәм фанерозой тоҡомдарының стратиграфик бүленеше һәм төбәк-ара бәйләнештәренең аныҡланған схемаларын эшләгән; электрогеохимия  (ҡара: Геохимия) фәнни йүнәлешен уйлап тапҡан, БР‑ҙағы геол. тәбиғәт ҡомартҡыларының кадастрын төҙөгән (респ. 4 геол. объект Бөтә донъя геол. мираҫ исемлегенә индерелгән) һ.б. Г.и. “Геологический сборник” (“Геологик йыйынтыҡ”) ж. нәшер итә, “Башкиргеология”, “Башнефтегеофизика”, “Башнефть”, “Челябинскгеосъёмка”, “Оренбурггеология” ААЙ-лары, “Татнефть” компанияһы һ.б. кеүек производство учреждениеларына Көньяҡ Уралда һәм Урал буйында файҙалы ҡаҙылмалар эҙләү һәм разведкалау б‑са  тәҡдимдәр, һығымталар һәм отчёттар бирә. РФ, Германия, Испания, Италия, Финляндия, Франция, Чехия һ.б. ғилми-тикшеренеү ин‑ттары һәм үҙәктәре м‑н хеҙмәттәшлек итә. Дир.: Г.В.Вахрушев (1951 й. алып), А.И.Олли (1954 й. алып), С.Ғ.Фәттәхетдинов (1965 й. алып), Б.М.Йосопов (1968 й. алып), М.А.Камалетдинов (1975 й. алып), В.Н.Пучков (1991 й. алып). Институт биналары (К.Маркс урамы, 16 һәм 16/2; 1910 й. һәм 1912 й. төҙөлгән) —  архитектура ҡомартҡылары.

Әҙәб.: Институт геологии УНЦ РАН. Маршрут длиною в 60 лет. Уфа, 2011.

В.Н.Пучков

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика