ГЕЛЬМИНТОЛОГИЯ (гельминттар һәм ...логия), паразитологияның паразит ҡорттарҙы һәм улар кешелә, хайуандарҙа һәм үҫемлектәрҙә тыуҙырған ауырыуҙарҙы (гельминтоздарҙы) өйрәнеүсе бүлеге. Дөйөм (гельминттарҙың фаунаһын, морфологияһын, систематикаһын, биол. циклдарын, физиологияһын һәм биохимияһын өйрәнә), мед. (кеше гельминтоздары, уларҙы дауалау, иҫкәртеү саралары һәм ысулдары), ветеринар (а.х. малы, йорт һәм ҡырағай хайуандар гельминтоздары, улар м‑н көрәшеү саралары) һәм агрономик (гельминттарҙың а.х. үҫемлектәренә тәьҫире, фитогельминттар м‑н көрәшеү саралары) Г. айырыла. Г. зоология, патологик анатомия, патологик физиология, фитопатология һ.б. м‑н бәйле. Башҡортостанда Г. б‑са тикшеренеүҙәр 20 б. 20‑се йй. аҙағынан үткәрелә. 1927 й. С.В.Олейников ҡыл селәүсендәр тыуҙырған кеше энтеробиозын тасуирлай. Респ. Г. үҫеше өсөн Р.С.Шульц етәкс. СССР ФА‑ның 160‑сы Союз (1‑се Башҡ‑н) гельминтологик экспедицияһы (1936) ҙур әһәмиәткә эйә була. Экспедиция составында Бөтә Союз гельминтология ин‑тының (Д.Н.Антипин, М.П.Гнедина, Э.М.Матевосян) һәм Башҡ‑н ғилми-тикшеренеү ветеринария тәжрибә ст. (Ә.С.Аҡсурин, М.Ғ.Вилданов) ғилми хеҙм‑рҙәре эшләй. Экспедицияның а.х. малы һәм ҡырағай хайуандар гельминттарының төр составын, улар тыуҙырған ауырыуҙарҙы өйрәнеү эше һөҙөмтәләре “Башҡортостан гельминтологик экспедицияһы хеҙмәттәре" (“Труды башкирской гельминтологической экспедиции”; 1938) китабында баҫтырыла. Г. б‑са систематик тикшеренеүҙәр 50‑се йй. башлана. Аграр университетта — һыйыр малы, йылҡы, һарыҡ, сусҡа (Х.Ғ.Нурхәмитов, О.Н.Третьякова, Р.Ғ.Фазлыев, Ғ.З.Хәзиев, Х.В.Әйүпов һ.б.), ҡаҙ (И.Р.Ғәйнуллина, А.С.Сәғитова), Ветеринария лабораторияһында балыҡ (П.П.Антонов, П.М.Тетерюк), һарыҡ (Р.Н.Сәмиғуллин) гельминттары һәм гельминтоздары өйрәнелә. Әйүпов м-н Хәзиев — респ. йорт ҡоштары гельминттарының 3 төрөн, П.А.Положенцев имеҙеүселәр һәм бөжәктәр гельминттарының 3 затын, 11 төрөн асыҡлай һәм тасуирлай. 60‑сы йй. алып Башҡорт дәүләт университетында ҡырағай ҡоштар, балыҡтар, ер-һыу хайуандары, һыуҙағы умыртҡаһыҙҙар гельминттары өйрәнелә (М.Ғ.Баянов, Г.М.Григорчак, Г.Р.Йомағолова һ.б.). 70‑се йй. башлап Медицина университетында — кеше гельминттары һәм гельминтоздары (З.М.Ғафурова, Р.Ю.Мөхәмәтов, Ф.Ф.Мысырғәлина, Р.У.Сәлихова һ.б.), Биология институтында — ҡырағай имеҙеүселәрҙең (С.М.Вәлиуллин), картуфтың (Ф.В.Мөхәмәтйәнова, М.С.Мөхәмәтшин) паразит ҡорттары, Ауыл хужалығы институтында ҡыяҡлылар, йәшелсә культуралары гельминттары (Н.Б.Адилова, А.М.Ишмәев, С.И.Кмузова, Л.В.Тихонова һ.б.) б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә. БР‑ҙа паразит ҡорттарҙың 680‑дән ашыу төрө асыҡланған: кешелә — 14, имеҙеүселәрҙә — 150‑нән ашыу, йорт һәм ҡырағай ҡоштарҙа — 300‑гә яҡын, ер‑һыу хайуандарында — 30‑ға яҡын, балыҡтарҙа — 50‑нән ашыу, ҡыҫала һымаҡтарҙа — 8, бөжәктәрҙә — 30‑ҙан ашыу, ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәрҙә — 120‑гә яҡын. Улар араһында моногенеялар класына ҡарағандарынан – 30‑ҙан ашыу төр, нематодалар — 350, сусҡа селәүсендәре — 14, трематодалар — 140, цестодалар 150 төр табылған. Республикала РФА эргәһендәге К.И.Скрябин ис. Бөтә Рәсәй гельминтологтар йәмғиәтенең Башҡ‑н бүлексәһе эшләй (ҡара: Ғилми йәмғиәттәр). Әйүпов етәкс. гельминтологтарҙың ғилми мәктәбе ойошторолған. Шулай уҡ ҡара: Паразитология.

Әҙәб.: Аюпов Х.В. Гельминты сельскохозяйственных животных в Башкирской АССР //Учёные записки Башкирского научно-исследовательского института сельского хозяйства. Уфа, 1963; Баянов М.Г. Зоологические исследования в Башкирии. Уфа, 1997; Хазиев Г.З., Сагитова А.С. Гельминты и гельминтозы птиц в Башкортостане и их профилактика. Уфа, 2002.

М.Ғ.Баянов, Ғ.З.Хәзиев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика