ҒӘБИТОВ Исмәғил Әхмәҙулла улы (25.11.1939, БАССР-ҙың Бөрйән р-ны Ғәлиәкбәр а.), дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. РФ-тың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (1994). Стәрлетамаҡ пед. ин-тын (1961), БАХИ‑ны (1972), КПСС ҮК‑һы эргәһендәге юғары партия мәктәбен (Мәскәү, 1977) тамамлаған. 1961 й. алып Бөрйән һәм Белорет р‑ндарында комсомол эшендә, 1965 й. – КПСС‑тың Бөрйән р‑ны ком-тының 2-се секретары. 1969 й. башлап “Бөрйән” с-зы дир., 1973 й. – Бөрйән р-ны Халыҡ депутаттары советының башҡарма ком-ты рәйесе. 1977 й. алып КПСС-тың Башҡ‑н өлкә ком-ты хеҙм‑ре, 1982 й. – КПСС-тың Күгәрсен, 1987 й. – Хәйбулла р-ны ком-ттарының 1-се секретары. 1987–90 йй. БАССР МС‑ы рәйесенең 1-се урынбаҫары, бер үк ваҡытта 1989 й. тиклем БАССР Дәүләт агросәнәғәт к-ты рәйесе, 1989 й. башлап БАССР-ҙың Агросәнәғәт берекмәләре һәм ойошмалары союзы советы рәйесе; 1991 й. – БР а.х һәм аҙыҡ-түлек министры, 1995 й. – БР Президенты Хакимиәте етәксеһе. 2000 й. алып “Берҙәмлек” партияһы Дөйөм Рәсәй сәйәси йәмәғәт ойошмаһының Башҡ-н төбәк ойошмаһы башҡарма ком‑ты  рәйесе, 2002–10 йй. “Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡ-н бүлексәһе башҡарма ком‑ты етәксеһе. РСФСР ЮС‑ының 11–12-се саҡырылыш, БАССР ЮС‑ының 11-се, БР Дәүләт Йыйылышының 1-се саҡырылыш депутаты. “Почёт Билдәһе” (1981), Салауат Юлаев (2009) орд. м-н бүләкләнгән.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика