ҒАФАРОВ Булат Баҡый улы (27.8.1938, БАССР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Өмбәт а. — 26.1.2003, Стәрлетамаҡ ҡ.), педагог‑методист. Пед. ф. канд. (1978), проф. (1995). РФ‑тың атҡ. уҡытыусыһы (1996), БАССР мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы (1984), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1979), БР-ҙың мәғариф отличнигы (1998). БДУ-ны тамамлағандан һуң (1962) Баймаҡ р‑нының 2‑се Түбә урта мәктәбендә эшләй. 1970 й. алып Стәрлетамаҡ пед. ин‑тында: 1982 й. башлап филол. ф‑ты, 1997 й. — башҡ. филол. ф‑ты деканы. Фәнни тикшеренеүҙәре мәктәптәрҙә һәм вуздарҙа башҡорт әҙәбиәтен уҡытыу методикаһына арналған. 120‑нән ашыу фәнни һәм уҡытыу‑методик хеҙмәт, ш. иҫ. дөйөм белем биреү мәктәптәре өсөн башҡ. теле һәм әҙәбиәте б‑са дәреслектәр, авторы.

 

А.Ф.Илтенбаев

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика