ҒАТАУЛЛИН Мөтиғулла [1875, Пермь губ. Шадринск өйәҙе Ҡоншаҡ а. (Силәбе өлк. Ҡоншаҡ р‑ны) — 4.6.1936, Өфө], дин әһеле, БАССР Үҙәк диниә назараты мөфтөйө (1924—36). “Рәсүлиә” мәҙрәсәһен тамамлағандан һуң Ҡоншаҡ а. 1‑се мәхәллә мәсетенең имам-хатибы. 1923 й. алып БАССР Үҙәк диниә назараты (ҡара: Диниә назараты) ҡазыйы, 1924 й. — рәйесе, бер үк ваҡытта 1926—28 йй. “Дианат” ж. мөхәррире. Үҙе етәкләгән дини ведомствоның үҙаллылығын һаҡлап ҡалыуҙы һәм Башҡортостандағы бөтә мосолман мәхәлләләрен уның ҡарамағына тапшырыуҙы яҡлап сығыш яһай. Дини темаларға арналған мәҡәләләр авторы.

А.Б.Юнысова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика