ҒӘЛИМОВА Венира Заһит ҡыҙы (7.1.1951, БАССР‑ҙың Яңауыл р‑ны Иҫке Ҡоҙаш а.), ветеринар врач. Ветеринария ф. д‑ры (1999), проф. (1999). БР‑ҙың атҡ. а.х. эшмәкәре (2005). БАХИ‑ны тамамлаған (1973). 1974 й. алып Шаран район ветеринария ст. эшләй: өлкән ветеринар врач-эпизоотолог, 1975—80 йй. ветеринария-санитария экспертизаһы лаб. мөдире. 1984 й. башлап БДАУ‑ҙа: 2000 й. алып малсылыҡ продукцияһын эшкәртеү һәм стандартлаштырыу технологияһы, 2005—09 йй. ветеринария-санитария экспертизаһы каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге көйшәүсе малдарҙы антгельминтиктар м‑н дауалағанда ашҡаҙан-эсәк юлындағы метаболик процестарҙы өйрәнеүгә бәйле. Ғ. ҡатнашлығында гельминтоздарҙан дауалау терапияһының антгельминтиктарҙы малдарҙың продуктлылығын арттырыуға һәм иттең сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ итеүсе биологик актив матдәләр м‑н бергә ҡулланыу ысулдары эшләнә. 160‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Патогенетическая терапия животных при гельминтозах (микробиоценоз, микробиологические и метаболические процессы в желудочно-кишечном тракте). Уфа, 2008 (авторҙ.).

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика