ҒӘЛИЕВ Рафаэль Фәррәх улы (23.2.1951, БАССР-ҙың Баҡалы р‑ны Иҫке Балыҡлы а. — 24.9.2011, Өфө), ветеринар врач. Ветеринария ф. д-ры (2000), проф. (2000). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1973) Мәләүез р-нының “Ашҡаҙар” с‑зында ветеринар врач булып эшләй. 1976 й. алып Баҡалы район ветеринария лаб. дир., 1982 й. — Бөтә Рәсәй эксперименталь ветеринария ҒТИ‑ның Калуга филиалы дир. урынбаҫары, 1992 й. алып БДАУ‑ҙа уҡыта (бер үк ваҡытта 2007—10 йй. Башҡ‑н агросәнәғәт комплексы кадрҙарын яңынан әҙерләү һәм уларҙың квалификацияһын күтәреү ин-ты проректоры). Фәнни хеҙмәттәре һыйыр малы лейкозының патогенезын өйрәнеүгә, уны диагностикалау, иҫкәртеү һәм дауалауҙың иммунологик ысулдарын эшләүгә арналған. 140‑тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 7 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Вирус лейкоза крупного рогатого скота (культуральные, инфекционные и иммуногенные свойства). Уфа, 1999; Лейкоз крупного рогатого скота. Уфа, 2006.

 

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика