ВЕТЕРИНАРИЯ, мал ауырыуҙарын өйрәнеүсе фәндәр комплексы, ш. уҡ уларҙы иҫкәртеү һәм бөтөрөүгә, халыҡты хайуан һәм кеше өсөн уртаҡ булған ауырыуҙарҙан һаҡлауға йүнәлтелгән саралар системаһы. В. өс фән төркөмөн берләштерә: һау һәм ауырыу мал организмының төҙөлөшөн һәм йәшәү эшмәкәрлеген, ауырыу тыуҙырыусыларҙы, дарыуҙарҙың организмға тәьҫирен өйрәнеүсе ветеринария- биология (хайуандарҙың нормаль һәм патологик анатомияһы һәм физиологияһы, хайуан биохимияһы, ветеринария вирусологияһы, микробиологияһы, фармакологияһы һ.б.); мал ауырыуҙарын, уларҙы танып белеү, иҫкәртеү һәм бөтөрөү ысулдарын өйрәнеүсе клиник (ветеринария акушерлығы, паразитология, хирургия, эпизоотология һ.б.); мал организмына тышҡы факторҙарҙың тәьҫирен, хайуандарҙың тереклек итеү мөхитен ҡулайлаштырыу мәсьәләләрен (зоогигиена), ш. уҡ малсылыҡ продукцияһының сифатын (ветеринария-санитария экспертизаһы) өйрәнеүсе ветеринария- санитария. В. биология, зоотехния, медицина һ.б. фәндәр м‑н бәйле. В. тикшеренеү объекттары — бөтә төр йорт һәм ҡырағай хайуандар, ш. уҡ малсылыҡ биргән продукттар һәм сеймал, һыу, мал аҙыҡтары, малсылыҡ биналары, көтөүлектәр, балыҡсылыҡ хужалығы һыу ятҡылыҡтары, хайуандарҙы һәм ҡоштарҙы күсереү өсөн транспорт саралары. 19 б. 70‑се йй. Өфө губ. мал чумаһының һ.б. ауырыуҙарҙың киң таралыуы малсылыҡҡа ҙур зыян килтерә, 80‑се йй. аҙ. улар м‑н көрәшеү өсөн ветеринария хеҙмәте төҙөлә. Губернала ветеринария хеҙмәтен ойоштороуҙа төп ролде земство уйнай. 1888 й. йоғошло ауырыуҙар (бешмә, ҡотороу ауырыуы, маңҡа ауырыуы, туберкулёз, һыйыр малы чумаһы һ.б.) м‑н көрәшеү өсөн губернала 14 ветеринария участкаһы төҙөлә, шуларҙан Бәләбәй өйәҙендә — 3 участка, Бөрөлә — 2, Златоуста — 2, Минзәләлә — 2, Стәрлетамаҡта — 3, Өфө өйәҙендә — 2. 1896 й. Ветеринария- бактериология лаб. (ҡара: Ветеринария лабораторияһы) асыла, унда түләмәгә, һарыҡ сәсәгенә, сусҡа килаһына ҡаршы вакциналар һәм сывороткалар әҙерләнә һәм диагностик тикшеренеүҙәр үткәрелә. 1907 й. ветеринария участкаларының һаны — 27‑гә, 1912 й. — 33‑кә, 1927 й. 85‑кә тиклем арта. В. артабанғы үҫеше 1934 й. БАХИ‑ла (ҡара: Аграр университет) ветеринария ф‑ты асылыуға бәйле. Институт ғалимдары (В.Н.Байматов, И.Ф.Заянчковский, С.А.Ивановский, В.Г.Кирилов, В.И. Мозжерин, В.Н.Поляков, Е.Н.Сковородин, П.Т.Тихонов, Х.Х.Әбдүшев һ.б.) йоғошһоҙ ауырыуҙарҙы (гепатоз, микроэлементоз һ.б.) иҫкәртеү һәм дауалау ысулдарын өйрәнә һәм камиллаштыра. Инфекцион ауырыуҙарҙы диагностикалау, иҫкәртеү һәм дауалау өлкәһендә тикшеренеүҙәр үткәрелә: түләмә ауырыуы булғанда тирене дезинфекциялау ысулы (Л.С.Пирогов), йылҡының инфекцион анемияһын диагностикалау ысулы (Л.Н.Судзиловский), йылҡының инфекцион энцефаломиелитына ҡаршы вакцина уйлап табыла (Ғ.Х.Ишуков), респ. хужалыҡтарында быҙау трихофитияһына ҡаршы ТФ‑130 вакцинаһы индерелә (В.М.Болдырев). Сусҡа дизентерияһы (А.И.Иванов), сусҡаларҙың инфекционатрофик риниты һәм сәсәге (У.Ғ.Ҡадиров), сальмонеллёзы (Р.Т.Маннапова), һыйыр малы лейкозы (Р.Ф.Ғәлиев) һәм некробактериозы (И.Ф.Әбсәләмов) һ.б. өйрәнелә. Паразитар ауырыуҙарҙы — көйшәүсе малдар дикроцелиозын, мониезиозын, парамфистомозын, телязиозын, фасциолёзын, эхинококкозын, ҡош гетеракидозын диагностикалау һәм иҫкәртеү ысулдары камиллаштырыла (В.З.Ғәлимова, Х.Ғ.Нурхәмитов, Р.Н.Сәмиғуллин, О.Н.Третьякова, Р.Г.Фазлыев, Ғ.З.Хәзиев, Х.В.Әйүпов һ.б.). Республиканың Дәүләт ветеринария хеҙмәтенә БР Ветеринария идаралығы идара итә, уға Башҡ‑н фәнни-производство ветеринария лаб., Башҡ‑н респ. ветеринария станцияһы, 7 ҡала һәм 40 район, 12 район һәм ҡала, 2 район-ара ветеринария станцияһы һәм 8 зона ветеринария лаб. буйһона. Ветеринария станциялары составына 82 участка ветеринария дауаханаһы, 441 ветеринария участкаһы, 112 ветеринария пункты, 91 ветеринария-санитария экспертизаһы лаб. һ.б. инә.

Әҙәб.: Научные труды БашНПВЛ: посвящается 105‑летию образования ветеринарной лаборатории в Башкортостане. Уфа, 2002. 

Ғ.З.Хәзиев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика