ВЕТЕРИНАРИЯ АКУШЕРЛЫҒЫ, клиник ветеринарияның а.х. инә малдың организмындағы быуаҙлыҡ, тыуҙырыу һәм унан һуңғы осор м‑н бәйле физиол. һәм патологик процестарҙы өйрәнеүсе өлкәһе. Тыуҙырыу ярҙамы, яһалма ҡасырыу алымдарын, инә мал, яралғы һәм яңы тыуған малдың ауырыуҙарын иҫкәртеү һәм дауалау ысулдарын эшләй. В.а. ветеринария гинекологияһы м‑н тығыҙ бәйле, уларҙың төп бурысы — мал түлһеҙлеген иҫкәртеүҙең һәм дауалауҙың иң һөҙөмтәле ысулдарын эшләү һәм ҡулланыу. Башҡортостанда В.а. б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 30‑сы йй. алып Ветеринария лабораторияһында, 40‑сы йй. 2‑се ярт. Аграр университетта (П.Д.Буслаев, Р.Ғ.Дәүләтбаев, А.К.Ермолаев, И.Ф.Заянчковский, Г.И.Ивановская, Е.Н.Сковородин, И.А.Телятников, А.Н.Шутов), Ауыл хужалығы институтында (М.В.Лукашов, Р.М.Хәмитов, В.М.Шириев), Биология институтында (И.Х.Хәбибуллин) һ.б. алып барыла. А.х. инә малдың тыуҙырыу физиологияһы һәм патологияһы өйрәнелә, уның ауырыуҙарын иҫкәртеү һәм дауалау, иркәк малды интенсив ҡулланыу, һау йәш мал алыу ысулдары эшләнә.

Әҙәб.: З а я н ч к о в с к и й И.Ф. Профилактика и лечение акушерско-гинекологических заболеваний у коров. 2‑е изд., перераб. и доп. Уфа, 1982; Ветеринарное акушерство, гинекология и биотехника размножения /А.П. Студенцов [и др.]. 7‑е изд., перераб. и доп. М., 1999.

 

В.М.Шириев, А.Н.Шутов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика