ВАҠЫФ, в а ҡ ф (ғәр. туҡталыш), ислам таралған илдәрҙә дин һәм хәйриә өсөн тәғәйенләнгән милек (күсемле һәм күсемһеҙ). Тик табыш килтергән һәм тотонолмай торған милек кенә (ризыҡ, кейем, аҡса тапшырыу тыйыла) В. ителә алған. В. һалым һалынмаған, уға ҡарата һатыу-һатып алыу, бүләк итеү, залогҡа биреү килешеүҙәре төҙөлмәгән. Мөлкәтте тапшырыу яҙма (судья һәм шаһиттар тарафынан раҫланған) йәки телдән (мәсеттә иғлан ителгән) мөмкин булған. В. алынған аҡсаларҙы тотоноуға күҙәтеүҙе ҡазый йәки махсус мөтәүәлли алып барған. 12 б. алып В. мосолман руханиҙарының төп йәшәү, ш. уҡ дини белем биреү учреждениеларын финанслау сығанағына әүерелә. Рәсәйҙең Европа өлөшөндә, Себерҙә В. институты Ырымбур мосолман диниә назараты асылғас барлыҡҡа килә һәм уның ҡарамағында була. В. алынған табыш мәсеттәрҙе, мәктәптәрҙе, мәҙрәсәләрҙе һәм руханиҙарҙы тәьмин итеүгә генә тотонола. В. мөлкәтенә попечителлек советы идара итә, урындарҙа В. өсөн мөтәүәллиҙәр яуаплы була. Башҡортостанда тәүге В. 1829 й. теркәлгән: сауҙагәр Ғ.Ғ.Ибраев үҙенең йылына 200 һумға тиклем табыш килтергән 5 сауҙа кибетен, үҙ аҡсаһына төҙөткән Стәрлетамаҡ йәмиғ мәсете биналарын, 2 мәҙрәсәне (таштан һәм ағастан), ашнаҡ бүлмәһен (таштан) һәм ҡоҙоҡто мосолман йәмәғәтселеге милкенә тапшыра. 1848 й. 90 дисәтинә ер иғәнә итә. 1834 й. Беренсе йәмиғ мәсете эргәһендә ваҡыф йорто (бер ҡатлы, ағастан; 1844 й. яна) төҙөлә, унда попечителлек советы ултырыштары үткәрелә. 1898 й. Өфө губернаһында һәм Ырымбур губернаһында 10 В. (айырым кешеләрҙең аҡсаһына төҙөлгән мәсеттәр; сауҙа кибеттәре, һөнәрселек оҫтаханалары, бәләкәй ер участкалары) теркәлә. Ә.М. Хөсәйеновтың (ҡара: Хөсәйеновтар) — 500 мең (1906), Яуышевтарҙың — 50 мең (1907), Ф.Тәвкилеваның 30 мең (1908) һумлыҡ иғәнәләре иң күләмлеләре була. Ерҙе В. тапшырыу “Башҡорттар тураһында положение” һәм уға 1865 й. 2 июлендәге ҡушымталар, 1869 й. 10 февр. законы м‑н сикләнә, уларға ярашлы, мәсеттәргә, мәҙрәсә һәм мәктәптәргә башҡорттарҙың аҫаба ерҙәрен бүләккә алыу тыйыла. Ерҙәр губерна башҡармаларының, айырым осраҡта хатта императорҙың махсус рөхсәте м‑н генә В. ителә алған. Мәҫ., 1903 й. дворян С.С.Йәнтүрина тарафынан Бәләбәй өйәҙе Килем а. (хәҙ. БР‑ҙың Бүздәк р‑ны) йәмиғ мәсетенә В. ителгән 200 дисәтинә ер, ер биләү торошо ентекле тикшерелеп, 1907 й. 8 ғин. Николай II рөхсәт биреүсе указы сыҡҡандан һуң ғына ғәмәлгә ашырыла. 1912—14 йй. Ырымбур мосолман диниә назараты документтарында башҡ. йәмғиәттәренә ерҙе (1706 дисәтинә) В. итеп биреүҙе тыйыуҙың 20 осрағы теркәлгән. 20 б. башында Ырымбур мосолман диниә назаратында эш башҡарыу тәртипкә һалына, мөтәүәллиҙәр эшмәкәрлегенә контроль көсәйә, ер биләмәләрен үтә арзанға һәм үтә оҙайлы ваҡытҡа (1902 й. алып иң оҙайлы ҡуртым ваҡыты — 3 йыл) биреүгә юл ҡуймау маҡсатында, ҡуртым килешеүҙәрен тикшереү ойошторола. 1917 й. окт. Ырымбур мосолман диниә назараты буйһоноуында В. биләмәләре булған 91 дини учреждение була. Мәсеттәр һәм уҡыу йорттары ҡарамағында хужалыҡ ҡаралтылары м‑н 49 йорт, 2 ҙур ҡунаҡхана комплексы, 20 сауҙа кибете, 1382 дисәтинә ер һәм 516,6 мең һумдан ашыу ҡағылғыһыҙ банк капиталы була. В. дөйөм хаҡы яҡынса 1 млн һум тәшкил итә.

Д.Д.Азаматов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика