ИҪӘНБАЕВ Николай Иҫәнбай улы (27.2.1929, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Түб. Ҡасмаш а., хәҙ. БР‑ҙың Ҡалтасы р‑ны), тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (1993), проф. (2002). Мари Эл Респ. атҡ. фән эшмәкәре (1999). Мари пед. ин‑тын (Йошкар‑Ола, 1952) тамамлаған. 1955 й. алып СССР ФА-ның Тел ғилеме ин‑ты (Мәскәү) хеҙм‑ре, 1958— 96 йй. (өҙөклөк м‑н) Мари ҒТИ (1960—63 йй. һәм 1975—96 йй. сектор мөдире) хеҙм‑ре, 1963—72 йй. Мари пед. ин‑тында, 1996—2009 йй. Мари ун‑тында уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре мари теленең фонетикаһы, грамматикаһы, лексикографияһы, диалектологияһы, ш. уҡ мари‑төрки, мари- урыҫ тел‑ара контакттары мәсьәләләренә арналған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, ш. иҫ. вуз өсөн уҡыу әсбап тары, авторы.

Хеҙм.: Деепричастия в марийском языке. Йошкар-Ола, 1961; Марийско-тюркские языковые контакты: в 2 ч. Йошкар-Ола, 1989—1994; Марий исторический фонетика. Йошкар-Ола, 2007.

Р.З.Мерәҫов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке