ИҘЕЛ, башҡ. фольклоры персонажы, Урал батыр м‑н Һомайҙың улы. “Урал батыр” эпосында ул бала сағында әсәһенә һөжүм иткән дейеүҙе үлтерә. Әсәһенең фатихаһын алып, И. яуыз көстәргә ҡаршы көрәшеүсе атаһына ярҙамға китә. Урал батыр, И. һәм уның ағалары Нөгөш, Һаҡмар, Яйыҡ м‑н дошманды еңеп сыға. Атаһының һүҙҙәренә тоғро И. халыҡ яҙмышы өсөн үҙен яуаплы тоя. Кешеләрҙе һыу м‑н тәьмин итер өсөн ул Ирәмәл тауын булат ҡылысы м‑н яра саба, ярылған урындан һыу урғылып сыға, һуңынан был йылғаны Иҙел (ҡара: Ағиҙел) тип йөрөтә башлайҙар; йылғаның юлын быуып торған Ямантауҙы тураҡлай, һөҙөмтәлә Ҡырҡты (ҡара: Ҡырҡтытау) барлыҡҡа килә. “Иҙел менән Яйыҡ” эпосында (Ғәбит сәсән һәм Х.Х.Әлмөхәмәтовтан 1910 й. М.А.Буранғолов яҙып алған, яҙма һаҡланмаған; башҡ. фольклоры мотивтары һәм эпостың ҡаҙаҡ версиялары нигеҙендә Ғ.Б.Хөсәйенов тарафынан тергеҙелгән) И. һәм уның ағаһы Яйыҡ аталарының данлы эштәрен дауам итә.

Әҙәб.: Башҡорт халыҡ ижады. 3-сө том. Эпос. Өфө, 1998; Шунда уҡ. 8-се том. Эпос. Иртәктәр һәм ҡобайырҙар. Өфө, 2006; Башкирское народное творчество. Т.1. Эпос. Уфа, 1987.

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.