ЗАТ, грамматик категория, эш-хәрәкәт субъектының һөйләүсегә мөнәсәбәтен белдерә. Башҡорт телендә З. категорияһы үҙ аллы һүҙ төркөмдәренең күбеһенә һәм ҡайһы бер модаль һүҙҙәргә хас; З. алмаштары системаһында махсус һүҙҙәр м‑н бирелгән 3 грамматик формаһы (1‑се, 2‑се, 3‑сө З.) бар. З. белдереүсе саралар булып бер үк ваҡытта һанды белдергән һәм эйәлек категорияһы йәки хәбәрлек категорияһы күрһәткестәре м‑н берләшкән З. аффикстары (1‑се З. ‑ым/‑мын, ‑быҙ; 2‑се З. ‑ң/‑һың, ‑ғыҙ/‑һығыҙ; 3‑сө З. ‑ы) хеҙмәт итә. Парадигматик (ҡара: Парадигма) һәм функциональ мөнәсәбәттәре яғынан З. заман, йүнәлеш, модаллек, һөйкәлеш категориялары м‑н бәйле.

М.В.Зәйнуллин

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика