ЗАРИПОВ Хәкимйән Саръяр улы [18.10.1929, БАССР-ҙың Бәләбәй кантоны 1‑се Яңы Ҡуңҡаҫ а. (БР‑ҙың Миәкә р-ны) — 4.4.2012, шунда уҡ], яҙыусы. БАССР-ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1990). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1971). Ҡазан ун-тын (1956), СССР Яҙыусылар союзы эргәһендәге Юғары әҙәби курстарҙы (Мәскәү, 1973) тамамлаған. 1956 й. алып Өфөнөң Орджоникидзе р-нының халыҡ судьяһы, 1959—68‑се йй. “Совет Башҡортостаны” гәз. үҙ хәбәрсеһе, 1974 й. БАССР Яҙыусылар союзының әҙәби консультанты, 1977—87 йй. Өфөнөң Ленин р-ны хоҡуҡ консультацияһы адвокаты. “Фәнисәнең мөхәббәте” исемле тәүге китабы 1961 й. сыға. З. ижады тематика көнүҙәклеге, сюжет киҫкенлеге, тәрән психологизм м‑н айырылып тора. “Яҙмыштар эҙенән” (1974; 2009), “Ғашиҡтарҙы хөкөм итмәйҙәр” (1983), “Ғүмерлек үкенес” (1989) китаптарына ингән повесть һәм хикәйәләрендә драматик яҙмышлы кешеләр образдары тыуҙырылған. “Хыялдар иленә сәйәхәт” (“Путешествие в страну мечты”; 1999) документаль повесы яҙыусының яҡташтарына арналған. БР һәм РФ театрҙарында ҡуйылған “Яуап көнө” (1989), “Их, кәләше лә кәләше!..” (1992) “Һүнмәһенһүрелмәһен” (2001) һ.б. пьесалар авторы. Аҡмулла ис. пр. лауреаты (1999).

Әҫәрҙ.: Яҙмыштар эҙенән: повестар, пьеса. Өфө, 2009; Приговор: повести. М., 1977; А разве не моя вина? Уфа, 2004.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика