ЗАРИПОВ Нур (Нурмөхәмәт) Талип улы [15.6.1925, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Көҙән а. (БР‑ҙың Ишембай р-ны) — 6.9.1997, Өфө], фольклорсы, әҙәбиәт белгесе. Филол. ф. канд. (1964). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1982). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1971). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын (1951), КПСС ҮК эргәһендәге Ижт. фәндәр акад. (Мәскәү, 1962) тамамлаған. 1951 й. алып Ғафури р‑нының Үтәк урта мәктәбе дир., 1956 й. БАССР Мәғариф министрлығы инспекторы, 1962—63 йй. КПСС ҮК‑ның мәҙәниәт бүлеге инструкторы (Мәскәү). 1957—59 йй. һәм 1964 й. алып ТТӘИ‑лә (1967—69 йй. бүлек мөдире) эшләй. Ғалим башҡ. сәсәндәренең эшмәкәрлеген өйрәнеү, батырҙар т‑дағы әкиәттәр өлкәһендә ғилми тикшеренеүҙәр үткәреү, тарихи ҡобайырҙарҙы (айырыуса “Иҙеүкәй менән Мораҙым” эпосын) баҫтырып сығарыу б‑са һөҙөмтәле эштәр башҡарҙы. “Башҡорт халыҡ ижады” (урыҫ телендә) йыйынтығының баш мөхәррире, “Башҡорт халыҡ ижады” йыйынтығын төҙөүселәрҙең береһе. “Тәүге гвардеецтарҙың береһе” (1968), “Имай Насыри: тормошо һәм ижады” (1983) китаптары — И.Насыри, “Әҙәбиәттең гражданлыҡ пафосы” (1978), “Рухи берҙәмлек юлында” (“На пути духовного единства”; 1974) китаптары Ә.Вәли, Шамун Фидаи, Т.Йәнәби һ.б. башҡ. яҙыусылары ижадына арналған. “Башҡорт совет әҙәбиәте тарихе: очерктәр” (1967), “Башҡорт совет әҙәбиәте тарихы” (“История башкирской советской литературы”; 1977) китаптары һәм урта мәктәптәр өсөн башҡ. әҙәбиәте б-са уҡыу әсбаптары авторҙарының береһе. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. БАССР‑ҙың Салауат Юлаев ис. пр. лауреаты (1987). 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы орд. м-н бүләкләнгән (1985).

Хеҙм.: Башкирские богатырские сказки (эстетика жанра). Уфа, 2008.

Р.Солтангәрәева

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика