ЗӘКИ Шәмсетдин (ысын исеме Ғөбәйҙуллин Шәмсетдин Йәрмөхәмәт улы; 1822, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Бөрйән улусы Изәк а., хәҙ. БР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны Зәк-Ишмәт а., — 1865 й. сент., Таганрог ҡ.), башҡ. суфый шағиры. Тыумыштан һуҡыр була (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, бала саҡта һуҡырая). Балыҡлы ауылы мәҙрәсәһендә, Ҡазанда уҡый. Тыуған ауылында, Стәрлебаш мәҙрәсәһендә уҡыта. Шағир булып китеүенә һиҙелерлек йоғонто яһаған көнсығыш әҙәбиәтен яҡшы белә. Шиғырҙарын төрки, ғәрәп һәм фарсы телдәрендә яҙа. З. әҫәрҙәренә фәлс. тәрәнлек, тапҡыр теллелек, көйлөлөк, башҡ. фольклоры традицияларына эйәреү хас. Шағир кешеләрҙең яман ғәҙәттәрен ғәйепләй, донъя ләззәттәренән ваз кисергә саҡыра (“Бән ходаның бер ғәрибе” — “Мин Хоҙайҙың бер мосафиры”, “Борадәр, ғөррә улма был йыһанә” — “Был донъянан алданма” һ.б.); байлыҡ һәм шөһрәткә ынтылыусыларҙы тәнҡитләй (“Берәй шәкестәи нәфес” — “Бер ҡәбәхәткә”). “Тәҡәт, сабырым ҡалманы” (“Арыным, сабырлығым ҡалманы”), “Аҡыздым ҡанлы йәшем” (“Ағыҙҙым ҡанлы йәшем”) һ.б. шиғырҙары Аллаһты сикһеҙ һөйөү тойғоһо м‑н һуғарылған. Дини шағир булараҡ, З. кеше аңының ҡөҙрәтенә ышана (“Өйрәнмәк кәрәк”, “Булғай‑булмағай” һ.б.). Аттар, Науаи, Сәғҙи, Физүли, Фирҙәүси һ.б. әҫәрҙәрен төрки теленә тәржемә итә. Ижадында башлыса ғәзәл, мәҫнәүи, робағи, ш. уҡ мәктүб, мөнәжәт, хитап формаларын файҙалана. З. тәүге шиғырҙары яҙып барылмай, һуңыраҡ уларҙы Ырымбур губ. Орск өйәҙе (Баймаҡ р‑ны) Байым ауылынан шәкерте Заһретдин әл‑Бөрйәни яҙып ала. З. фәлс. хат‑трактаты м‑н 5 шиғырын Р.Ф.Фәхретдинов тәүге тапҡыр “Аҫар” (“Мираҫ”; 1907) китабында баҫтыра. Ғилми архивта З. әҫәрҙәренең айырым күсермәләре һәм З. биографияһы т‑да мәғлүмәттәр, уның 40‑ҡа яҡын шиғыры ингән ҡулъяҙма йыйынтыҡ (1915 й. Зәк-Ишмәт а. имамы Зиннәтулла Мөхәммәт‑Рәхими төҙөгән), ТТӘИ‑нең Ғ.Б.Хөсәйенов ис. ғәрәп графикалы ҡулъяҙмалар һәм иҫке баҫма китаптар фондында 25‑тән ашыу шиғыры тупланған йыйынтыҡ (1979 й. Бөрйән р‑ны Килдеғол а. археографик экспедиция ваҡытында табыла) һаҡлана. З. исеме тыуған ауылындағы урамға бирелгән, Зәк‑Ишмәт урта мәктәбе бинаһына таҡтаташ ҡуйылған.

Әҙәб.: Ҡунафин Ғ.С. Башҡорт әҙәбиәте тарихы. XIX быуаттың беренсе яртыһы. Өфө, 2009; Шарипова З.Я. Пером и словом. Уфа, 1993.

Ғ.С.Ҡунафин, З.Я.Шәрипова

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика