ЖӨМЖӨМӘ СОЛТАН", төрки әҙәбиәте ҡомартҡыһы, дастан. 14 б. 2‑се ярт. Хөсәм Кәтиб харәзм‑төрки телендә (ҡара: Боронғо һәм урта быуаттар төрки телдәре) ижад итә. Мәҫнәүи формаһына ҡоролған. Дини‑дидактик характерҙа. Сюжет нигеҙендә — ауыр һынауҙар аша үтеп, ислам динен ҡабул иткән Жөмжөмә солтандың фәһемле яҙмышы. Дастан геройы, бай һәм дәрәжәле солтан, фәҡиргә хәйер бирмәгәс, язаға дусар була: ниндәйҙер билдәһеҙ ауырыуҙан үлә һәм тамуҡҡа эләгә. Үҙенә тәғәйен тамуҡ язаларын алғандан һуң, солтандың башы был донъяға ҡайтарыла һәм ерҙә 70 йыл ята. Уны табып алған Ғайса пәйғәмбәр (ҡара: Иисус Христос), баштың кисергәндәрен тыңлап, уға кеше ҡиәфәтен ҡайтара, һәм Жөмжөмә, ислам динен ҡабул итеп, бик күп йылдар ғибәҙәт ҡылып йәшәй. Тамуҡты һүрәтләү “Ж.с.” әҫәрен Вергилийҙың “Энеида”, Дантеның “Илаһи комедия”, “Богородицаның ғазап сигеп йөрөүе” (“Хождение Богородицы по мукам”) боронғо урыҫ апокрифы һ.б. эсхатологик әҫ., баш һөйәгенең терелеүе т‑дағы сюжет “Киҫекбаш китабы” дастаны м‑н берләштерә. Башҡортостан терр‑яһындағы археографик экспедициялар барышында “Ж.с.” әҫ. 2 ҡулъяҙма күсермәһе табыла: 1706 й. күсермә — Туймазы р‑ны Егетәк а. (1980), яҡынса 1728 й. күсерелгәне — Әбйәлил р‑ны Ишбулды а. (1977); ТТӘИ‑нең Ғ.Б.Хөсәйенов ис. ғәрәп графикалы ҡулъяҙмалар һәм иҫке баҫма китаптар фондында һаҡлана.

М.Х.Иҙелбаев, М.Х.Нәҙерғолов

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

Текст на русском языке