“ЕК МӘРГӘН”, башҡ. ауыҙ-тел ижады ҡомартҡыһы, эпос. Сәсмә формала яҙылған. Ф.Вәлиев тарафынан 20 б. башында яҙып алынған (ҡулъяҙма һаҡланмаған), тәүге тапҡыр 1916 й. Ҡазанда “Аң” ж. баҫылған. Идея-тематик йөкмәткеһе б‑са “Иҙеүкәй менән Мораҙым”, “Мәргән менән Маянһылыу” һ.б. башҡ. эпостары серияһына ҡарай. Эпоста башҡорттарҙың Ҡазан ханлығына ҡаршы көрәше сағылдырылған. Барымта һөҙөмтәһендә сабый сағынан уҡ ғаиләһенән яҙған эпос геройы урманда йәшәүселәр араһында имен ҡала, ваҡыт үтә килә ғәҙәттән тыш көслө һәм ҡыйыу үҫмер булып китә. Бер саҡ ул төшөндә, уға Ек (боронғо төркисә “ег” — затлы) исемен биргән, уның бөйөк киләсәге т‑да һөйләгән атаһын күрә. Ата кәңәштәрен тотоп, Ек көнбайыш башҡорттарынан ғәскәр туплай, Ҡазанға яу саба һәм халҡын яһаҡ түләүҙән ҡотҡара. Уҡ атыуҙағы оҫталығы өсөн уға Мәргән ҡушаматы бирәләр. Һуғыштарҙың береһендә, хан ғәскәре м‑н тиңһеҙ алышта ҡан ҡоймау өсөн, Ек Мәргән әсирлеккә бирелә, әммә хеҙмәттәре өсөн хандан ирек ала. Геройҙың еңелеүе эпик жанрҙағы йә еңергә, йә һәләк булырға тейешле традицияларға ҡаршы килә, бында әҙәбиәт һәм әкиәт традицияларының йоғонтоһо һиҙелә.

Әҙәб.: Башҡорт халыҡ ижады. 5-се т. Тарихи ҡобайырҙар, хикәйәттәр (иртәктәр). Өфө, 2000; Киреев А.Н. Башкирский народный героический эпос. Уфа, 1970; Башкирское народное творчество. Т.1. Эпос. Уфа, 1987.

Н.Т.Зарипов, Р.Ф.Рәжәпов

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика