ДРАМА (гр. drama — хәрәкәт), драматургияның төп жанрҙарының береһе (комедия һәм трагедия м‑н бер рәттән). Башлыса кешенең шәхси тормошон йәмғиәт йәки үҙе м‑н киҫкен конфликтлы, әммә, трагедиянан айырмалы рәүештә, өмөтлө мөнәсәбәттәрҙә һүрәтләй. Башҡорт әҙәбиәтендә Ф.К.Туйкиндың “Тормош ҡорбандары” (1912), Бәхтейәр Бәхтегәрәй улының “Ер һатыу” (1915) әҫ. Д. тәүге тәжрибәләре булып тора. Унда бөлгөнлөккә төшкән ағалы-ҡустылы икәүҙең ерҙәрен осһоҙға ғына һатырға мәжбүр булыуы т‑дағы драматик хәл тормошсан итеп күрһәтелә. Үҙенең барлыҡҡа килеүенән алып Д. ике тематик йүнәлештә үҫешә: хәҙ. заманды һәм тарихи үткәнде һүрәтләү. Хәҙ. заман темаһына яҙылған Д. әҙәби, ш. уҡ ваҡытта ижт. күренеш тә булып китә: улар нимәнелер тергеҙеүсе генә түгел, бәлки булдырыусы факторға әүерелә, замандаштың әхлағын һәм донъяға ҡарашын формалаштырыуҙа әүҙем роль уйнай. Башҡ. драматургияһында хәҙ. Д. иң яҡшы өлгөләрен С.М.Мифтаховтың коллективлаштырыуға арналған “Һаҡмар”, “Дуҫлыҡ һәм мөхәббәт”, Н.Асанбаевтың Башҡортостан нефтселәре т‑дағы “Рәйсә” һәм “Фәйзи”, А.Х.Абдуллиндың ауылда күмәк хужалыҡ итеүҙең ҡаршылыҡтары хаҡындағы “Ун өсөнсө председатель”, “Һуңғы уҙаман” дилогиялары һ.б. тәшкил итә. Тарихи темаларға яҙылған Д. художестволы тикшеренеү үҙәгендә иң тәүҙә кешенең рухи азатлыҡ өсөн көрәше м‑н бәйле әхлаҡи коллизия тора; уларҙа конкрет тарихи шәхестәр [Б.Бикбайҙың “Салауат Юлаев” һәм “Ҡаһым түрә” әҫ. Салауат Юлаев, Ҡаһым Мырҙашев (ҡара: “Ҡаһым түрә”), Ф.В.Боғҙановтың “Батырша” драмаһында Батырша, Н.Асанбаевтың “Ҡыҙыл паша” драмаһында К.Ә.Хәкимов]; ш. уҡ уйлап сығарылған ваҡиғалар һәм дөйөмләштерелгән геройҙар (Д.Юлтыйҙың “Ҡарағол” пьесаһында Ҡарағол, Б.Бикбайҙың “Ҡарлуғас” пьесаһында Ҡарлуғас һ.б.) сығыш яһай. Башҡ. драматургияһында Д. героик, психологик, филос., романтик, көнкүреш, этнографик һ.б. жанр төрҙәре киң таралыу алған. Психологик Д. (Ә.М.Мирзаһитовтың “Әсәләр көтәләр улдарын”, Ә.Ҡ.Атнабаевтың “Ул ҡайтты”, Р.Ә.Сафиндың “Ҡыр ҡаҙҙары”, Ф.М.Бүләковтың “Шайморатов генерал”, И.Х.Йомағоловтың “Юғалтыуҙар аша” һ.б.) әхлаҡи-этик проблемалар күтәрелә, киҫкен психологик коллизиялар тыуҙырыла. Романтик Д. (М.Кәримдең Айгөл иле”, И.Ә.Абдуллиндың “Айһылыуҙың айлы кистәре”, Р.Ә.Сафиндың “Йәнбикә”, А.Х.Абдуллиндың “Онотма мине, ҡояш!”, Ғ.Ғ.Шафиҡовтың “Һәҙиә”, А.Ш.Йәғәфәрованың “Ҡыпсаҡ ҡыҙы” һ.б.) өсөн образдарҙың киң ҡоласлылығы, романтик-героик пафос, метафорик символика хас. Көнкүреш Д. (Р.Ҡол-Дәүләттең “Бермуд өсмөйөшө”, Н.Ғәйетбайҙың “Дүрт кешелек табын” һ.б.) үҙәгендә йәмғиәт тормошоноң сағылышы булараҡ айырым бер ғаиләнең көнитмеше тора. Хәҙ. башҡ. Д. көнкүреш ваҡлыҡтарын, ысынбарлыҡты һәм дөйөмләштерелгән-символик күренештәрҙе берләштереүгә, ҡәтғи драматизмды һәм романтик күтәренкелекте, конкрет нәмәне һәм ассоциатив тойғоно ҡушыуға ынтылыш күҙәтелә.

Әҙәб.: Килмөхәмәтов Т.Ә. Халыҡсанлыҡ көсө: әҙәби тәнҡит мәҡәләләре, ижади портреттар. Өфө, 1998; Әхмәҙиев Р.Б. Драматургияла жанр формалары. Өфө, 2003; Хөсәйенов Ғ.Б. Башҡорт әҙәбиәтенең поэтикаһы. 1-се киҫ. Теоретик поэтика. Өфө, 2006; Кильмухаметов Т.А. Поэтика башкирской драматургии. Уфа, 1995.

Т.Ә.Килмөхәмәтов

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018