ДИССИМИЛЯЦИЯ (лат. dissimilatio — оҡшашмау), телмәр ағышында һүҙҙәге бер төрлө йәки оҡшаш өндәрҙең артикуляцион һәм акустик оҡшашмауы. Ассимиляцияның киреһе. Бер типтағы — һуҙынҡы (һуҙынҡылар Д.) йәки тартынҡы (тартынҡылар Д.) өндәр араһында осрай, ғәҙәттә әйтелеште еңеләйтеүгә йүнәлтелә. Йәнәш өндәр (контакт Д.) һәм йәнәш булмаған өндәр (дистакт Д.) Д. булыуы мөмкин. Башҡорт телендә Д. үтә һирәк, күберәк диалекттарҙа күҙәтелә. Ҡағиҙә булараҡ, ул тартынҡыларҙың контакт Д., уның һөҙөмтәһендә әйтелгән өндәрҙең дөйөм фонетик үҙенсәлектәре (артикуляция урыны һәм ысулы, шау һәм тауыш ҡатнашлығы б‑са) юғала. Мәҫ., әҙәби телдәге “унда” һүҙендәге [нд] тартынҡылар ҡушылмаһы көньяҡ диалекттың урта һәм егән һөйләштәрендә, төньяҡ-көнбайыш диалекттың ҡариҙел һөйләшендә а[нт]а формаһын ала, был тауыш ҡатнашлығындағы Д. м‑н бәйле: яңғырау [д] тартынҡыһы сонор [н]‑дан һуң һаңғырау [т] м‑н алмашына.

Прогрессив (өндөң үҙенән алда килгән өн йоғонтоһонда үҙгәреүе; сағ.: әҙәби телдә “юлдаш” ю[лд]аш һәм көньяҡ, төньяҡ‑көнбайыш диалекттарҙың айырым һөйләштәрендә “юлташ” ю[лт]аш, “аңлау” а[ң]лау һәм “аңнау” а[ңн]ау һ.б.) һәм регрессив (өндөң үҙенән һуң килгән өн йоғонтоһонда үҙгәреүе; сағ.: әҙәби телдә “саңғы” са[ңғ]ы, төньяҡ‑көнбайыш диалектта “самға” са[мғ]а, “ҡоңғорт” ҡо[ңғ] орт — “тонғорт” то[нғ]орт һ.б.) Д. айыралар.

Әҙәб.: Грамматика современного башкирского литературного языка. М., 1981; Хисамитдинова Ф.Г. История башкирского языка: материалы по исторической фонетике. Уфа, 1989.

Э.Ф.Ишбирҙин

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке