ДИВАЕВ Әбүбәкер Әхмәтйән улы (6.12.1855, Ырымбур ҡ. — 5.2.1933, Ташкент), төркиәтсе. Коллегия теркәүсеһе (1881). Диваевтар нәҫеленән. Неплюев хәрби гимназияһын (1876; ҡара: Неплюев кадет корпусы) тамамлағандан һуң Төркөстан крайының өйәҙ идаралыҡтарында, 1881—1906 йй. Һырдаръя өлк. хәрби губ‑ры эргәһендә тәржемәсе. Төркөстан халыҡ ун‑тын һәм Төркөстан көнсығыш ин‑тын асыу инициаторҙарының береһе, 1918—25 йй. уларҙың уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 1919 й. алып Төркөстан халыҡ музейының (бөтәһе лә — Ташкент) этнография һәм археология бүлектәре мөдире. 1921—23 йй. Ҡырғыҙстан ғилми комиссияһы һәм Төркөстандың төп халҡының көнкүрешен өйрәнеү б‑са комиссия экспедициялары етәксеһе. Фәнни хеҙмәттәре төрки халыҡтарының фольклорына һәм этнографияһына арналған. Д. ҡаҙаҡтар, үзбәктәр, ҡарағалпаҡтарҙың һ.б. этнографик материалдарын, фольклор өлгөләрен яҙып ала һәм урыҫ теленә тәржемә итә, улар араһында “Алпамыша”, “Идигә батыр”, “Ҡобланды батыр”, “Ҡамбар батыр” ҡаҙаҡ эпостары, әкиәттәр, әйтемдәр, йомаҡтар, аҡындарҙың һәм йырауҙарҙың әҫәрҙәре бар. Фән мәсьәләләре б‑са В.В.Бартольд, Н.Ф.Катанов м‑н хатлашып торған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Һырдаръя өлкә стат ком‑тының (1895) һ.б., Академүҙәк эргәһендәге тарих йәмғиәтенең (1924) мөхбир ағзаһы. 2‑се һәм 3‑сө дәрәжә Изге Анна, Изге Станислав, сит ил орд. м‑н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Из обычаев и верований. Казань, 1899; Батырлар: 7 томда. Алма-Ата, 1922.

Әҙәб.: Шәкүр Р. Арҙаҡлы башҡорттар: ғилми-биографик очерктар. Өфө, 1998; Байтанаев Б.А. А.А.Диваев – очерк жизни и деятельности. Шымкент; Алматы, 2004.

Р.З.Шәкүров

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке

 

 

 

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.