ГРАФИКА лингвистикала, 1) яҙыуҙың графемалар, тыныш билдәләре, транскрипция, баҫым билдәһен һ.б. үҙ эсенә алған һыҙма саралар йыйылмаһы; графема һәм фонемалар араһындағы үҙ‑ара бәйләнеш системаһы. Алфавит һәм орфография һымаҡ уҡ, фонематик яҙыуҙың бер яғы булып тора. Башҡорт яҙыуы 1928 й. тиклем — ғәрәп яҙмаһына, һуңынан – латин алфавитына, 1940 й.  кириллицаға нигеҙләнә. Текстарҙы транскрипциялағанда өҫтәлмә тамғалар менән кириллица ҡулланыла. Һәр бер өнгә бер хәреф тура килгән идеаль Г. юҡ. Хәҙерге башҡорт теленең алфавитында бер үк хәреф бер-береһенән сифатлы айырылған бер нисә фонеманың график һыҙылышы булып хеҙмәт итергә мөмкин, бер үк фонеманы күрһәтеү өсөн төрлө графемалар ҡулланыла. Мәҫ.: “у” һәм ”ү” графемалары [у] һәм [ү] һуҙынҡы өндәрен; “урам” [у]рам, “үлән” [ү]лән, “түшәм” т[ү]шәм һәм [у], [ү] һүҙ уртаһында һәм аҙағында тартынҡы өндәрҙе: “бау” ба[у], “тәүлек” тә[ү]лек; “в” графемаһы һүҙ башында [у], һәм [ү] өндәрен: “ваҡыт” [у]аҡыт, “вәғәҙә” [ү]әғәҙә, һәм урыҫ теленән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә [в] өнөн: “вагон” [в]агон, “девон” де[в]он белдерә. Шартлаулы тамаҡ төбө тартынҡыһының [‘] махсус графемаһы юҡ, уны күрһәтеү өсөн “ъ” графемаһы (артҡы рәт һуҙынҡыһынан һуң) һәм “ь” (алғы рәт һуҙынҡыһынан һуң) ҡулланыла: “маъмай” ма[‘]май, “тәьмин” тә[‘]мин. 2) Графема һәм фонемалар араһындағы үҙ‑ара бәйләнештәрҙе тикшереүсе башҡорт тел ғилеме бүлеге. Г. үҫешенә 19—20 бб. башында йәшәгән ғалимдар А.Г.Бессонов, Н.Ф.Катанов, В.В.Катаринский, М.А.Ҡулаев һ.б. ҙур өлөш индерә. Революциянан (1917) һуң Г. үҫеше Академүҙәк, Яңы башҡорт алфавиты комитеты эшмәкәрлеге м‑н бәйле. Г. тарихына Э.Ф.Ишбирҙин, Ҡ.З.Әхмәров һ.б. тикшеренеүҙәре арналған.

Э.Ф.Ишбирҙин

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика