“АВТОКОМПЛЕКТ”, автотрактор электр йыһаздары, даими магниттар һәм төҫлө ҡойолмалар етештереү пр‑тиеһы. 1971 й. Октябрьский ҡ. “Автоприбор” з‑ды булараҡ нигеҙ һалына, 1973 й. файҙаланыуға тапшырыла, 1986 й. алып ПБ, 1993 й. — акционерҙар компанияһы, 1994 й. — “АПри” акционерҙар компанияһы, 1999 й. — “А.” ААЙ, 2011 й. ябыла. Составына автомат-механика, штамплау, гальваник, йыйыу, ҡойоу, пластмассалар, магниттар, махсус техника цехтары (бөтәһе лә 1973—76 йй. нигеҙләнгән) ингән. 1999 й. 1405 кеше эшләгән. 60‑ҡа яҡын төр продукция етештергән: амперметрҙар, манометрҙар, моторедукторҙар, электр двигателдәре һ.б. Продукцияһы БР һәм РФ‑тың башҡа төбәктәре пр‑тиеларына ебәрелгән, яҡын сит илдәргә сығарылған.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке