ГРАММАТИК КАТЕГОРИЯ, тиң грамматик мәғәнәле бер нисә грамматик форманы (ҡара: Грамматика) ҡапма‑ҡаршы ҡуйыу системаһы. Морфологик (ҡара: Морфология) һәм синтаксик (ҡара: Синтаксис) Г.к. айырыла. Морфол. категорияларҙың эҙмә-эҙлекле сағылышы һүҙ төркөмдәрендә тулы урын таба; синтаксик категориялар (предикативлыҡ, модаллек һ.б.) мәсьәләһе әлегәсә аҙ өйрәнелгән. Г.к. бүлеүҙең ҡайһы бер үҙенсәлектәре телдең морфол. тибына (ҡара: Телдәр классификацияһы) ҡайтып ҡала: агглютинатив телдәрҙәге һүҙ үҙгәртеүсе аффикстарҙың бер мәғәнәлелеген һәм уларҙың флектив телдәрҙәге синкретизмын сағыштырығыҙ. Башҡорт тел ғилемендә Г.к. тәү башлап Н.К.Дмитриевтың “Башҡорт теленең грамматикаһы” хеҙмәтендә ҡарала, унда билдәлелек һәм билдәһеҙлек категорияһы, заман, йүнәлеш, төр, зат, килеш, хәбәрлек, һан, һөйкәлеш, эйәлек категориялары айырып күрһәтелә. Хәҙ. башҡ. телендә түбәндәге Г.к. айырып йөрөтөлә: ҡылым замандары, йүнәлеш, зат, модаллек, һөйкәлеш, билдәлелек һәм билдәһеҙлек категорияһы, килеш, күсемлелек‑күсемһеҙлек категорияһы, юҡлыҡ категорияһы, эйәлек категорияһы, хәбәрлек категорияһы, һан. Төр категорияһы аспектуаллек уратмаһының функциональ-семантик сиктәрендә ҡарала (ҡара: Төр). Башҡ. телендә Г.к. составын һәм классификацияһын өйрәнеү әле тамамланмаған.

В.Ш.Псәнчин

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика