ГОРШУНОВ Юрий Владимирович (1.8.1952, Удмурт АССР‑ы 21 Октябрь ҡсб), телсе. Филол. ф. д‑ры (2000), проф. (2002). РФ‑тың халыҡ мәғарифы отличнигы (1994), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2003). Бөрө пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1974) шунда уҡ эшләй: 2001 й. алып сит телдәр ф‑ты деканы, бер үк ваҡытта 2002 й. башлап инглиз филологияһы каф. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре неология проблемаларына, инглиз теле һүҙьяһалышының (аббревиацияһының) һәм лексикаһының прагматик аспекттарына, илдәрҙе лингв. өйрәнеүгә арналған. 160‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Прагматика аббревиатуры. М., 1999; Метаморфозы рифмованного сленга: учеб. пособие. Бирск, 2001; Страноведение. Великобритания: учеб. пособие. 2-е изд., испр. и доп. Бирск, 2009 (авторҙ.); Modern English Lexicology=Лексикология современного английского языка: учеб. пособие. 2-е изд., испр. и доп. Бирск, 2010.

Р.З.Мерәҫов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Яндекс.Метрика