ҒИЛӘЖЕВ Хәким [Ғиләжев Лоҡман-Хәким Ғабдрахман улы; 1.3.1923, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Ҡаңны-Төркәй а. (БР-ҙың Бүздәк р-ны) — 14.11.1997, Өфө], яҙыусы. РСФСР-ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1983). Яҙыусылар союзы ағзаһы(1950). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ғ.Ғ.Ғиләжевтең ағаһы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин-тын тамамлағандан һуң (1949) Стәрлетамаҡ уҡытыусылар ин-тында уҡыта. 1951 й. алып ТТӘИ хеҙм‑ре, 1954 й. — “Совет Башҡортостаны" гәз. бүлек мөдире, 1955 й. — “Ағиҙел" ж. баш мөхәррире, 1968—73 йй. БАССР Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе. “Йәшен уттары" исемле тәүге китабы 1948 й. сыға. Ғ. шиғриәтенә публицистик үткерлек, фәлсәфәүи тәрәнлек хас. “Һүҙ беҙҙеке" (1953), “Ҡул ҡыҫыу" (1956), “Минең ырыуым" (1979) шиғри йыйынтыҡтарына ингән әҫ. авторҙың үҙе һүрәтләгән ысынбарлыҡҡа лирик, романтик ҡарашы, юғары гражданлыҡ пафосы м‑н һуғарылған. Ғ. ижадында Бөйөк Ватан һуғышы темаһы ҙур урын алып тора. “Ҡырҡ алтынсы һалдат" (1962) поэмаһында шағир тормош мәғәнәһе, кешенең бөйөк тәғәйенләнеше, батырлыҡтың үлемһеҙлеге т‑да уйлана. “Юлдағы алыш" (1986) повесы совет һалдаттарының бандеровсылар м‑н батырҙарса алышына арналған. “Погонһыҙ һалдаттар" (1965) романының төп темаһы – һуғыштан һуңғы тәүге йылдарҙа шәхестең һәм халыҡтың үҙ-ара мөнәсәбәте. “Ҡәләмдәштәр" (1984) китабына Б.Бикбай, Р.Й.Ғарипов, Ф.Ә.Иҫәнғолов, Р.Ниғмәти, Я.Х.Хамматов һ.б. ижады т‑дағы әҙәби‑тәнҡит мәҡәләләре ингән. Н.А.Некрасов, А.С.Пушкин, У.Шекспир һ.б. әҫ. башҡ. теленә тәржемә иткән. Ғ.  А.М.Матросовҡа арналған “Ил балаһы" драматик поэмаһы Урыҫ драма театрында ҡуйыла. Ғ. шиғырҙарына З.Ғ.Исмәғилев, Т.Ш.Кәримов, Р.Ә.Мортазин һ.б. комп. йырҙар яҙған. БАССР ЮС‑ының 8-се саҡырылыш депутаты. БАССР‑ҙың Салауат Юлаев ис. пр. лауреаты (1973). 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1944), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) орд. м‑н бүләкләнгән. Ғ. исеме Өфө урамдарының береһенә бирелгән, ул йәшәгән йортҡа, ш. уҡ тыуған ауылында уның исемендәге мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Әҫәрҙ.: Аҙашҡан йондоҙҙар: шиғырҙар. Өфө, 1996; Аҡлан шишмәһе: шиғырҙар, поэма. Өфө, 1998; Рисунок, выжженный огнём. Уфа, 1972.

Әҙәб.: Заманының улы: Х.Ғиләжев хаҡында иҫтәлектәр. Өфө, 2005.

З.Ә.Нурғәлин

                                                                                          Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

 

Яндекс.Метрика