ҒӘНИЕВА Тамара (Тимербикә Әхмәтшәриф ҡыҙы) (25.1.1951, БАССР-ҙың Көйөргәҙе р-ны Кинйәбай а.), шағирә. БР-ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1993). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1986). Стәрлетамаҡ пед. ин‑тын тамамлаған (1978). 1970 й. алып Стәрлетамаҡ мәктәп-интернатында, 1978 й. — Респ. мәҙәни-ағартыу уч‑щеһында (Стәрлетамаҡ ҡ.), 1980 й. — “Ленинец” гәз., 1982 й. — БАССР‑ҙың ТВ һәм радиотапшырыуҙар б‑са дәүләт ком‑тында, 1989 й. — “Ағиҙел” ж., 2009—13 йй. “Панорама Башкортостана” ж. эшләй. “Осрашырбыҙ әле” исемле тәүге китабы 1980 й. сыға. Ғ. ижадында фәлсәфәүи һәм интим лирика ҙур урын алып тора. “Ҡыпсаҡтар” (1994), “Арҡайым” (1997), “Аҡыҡ көмбәҙҙәр” (2001) йыйынтыҡтарына ингән шиғырҙары башҡ. халҡының тарихи үткәненә арналған. Ю.А.Андрианов, Н.Л.Грахов, Ю.А.Денисов, Р.В.Паль шиғырҙарын, Н.С.Гумилёв, Лопе де Вега, А.Камю, Ф.Шиллер пьесаларын һ.б. башҡ. теленә тәржемә иткән. “Уйсандар, һеҙгә өндәшәм” (2009) китабына әҙәбиәт ғилеме б‑са тикшеренеүҙәр һәм публицистик әҫәрҙәр ингән. Ғ. “Тамарис” трагедияһы Сибай башҡорт драма театрында ҡуйылған. Ғ. шиғырҙарына А.Х.Ғабдрахманов, Ф.Ф.Иҙрисов, З.Ғ.Исмәғилев, Р.Х.Сәхәүетдинова һ.б. комп. йырҙар яҙған. Р.Ғарипов ис. (1998), Ф.Кәрим ис. (2004) пр., “Һүҙҙәрҙе бәйләүсе еп” (“Словес связующая нить”; 2015) Бөтә  Рәсәй әҙәби пр. лауреаты.

Ә ҫ ә р ҙ.: Кейек ҡаҙҙар: шиғырҙар. Өфө, 1984; Уйлы сағым: шиғырҙар, поэма. Өфө, 1991; Мөхәббәткә генә ышанам. Өфө, 2006.

Әҙәб.: Х ә б и р о в Ә.Х. Йәнле шишмәләр: ижади портреттар. Өфө, 1996.

 

А.Г.Хөсәйенов

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика