ҒАТАУЛЛИН Рауил Ғибат улы (29.6.1947, БАССР-ҙың Стәрлебаш р-ны Ҡарағош а.), тел белгесе. Филол. ф. д-ры (1997), проф. (2001). БР-ҙың атҡ.  фән эшмәкәре (2004), БДУ-ны  тамамлағандан һуң (1971) шунда уҡ эшләй (1983—90 йй. һәм 1998 й. алып немец филол. каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге немец теленең һүҙьяһалышына, фразеология һәм лексикографияһына, лингвокультурологияға һәм илдәрҙе лингвистик өйрәнеүгә арналған. 150-нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Перевод стилистически окрашенных и окказиональных словообразовательных кон- струкций. Уфа, 1995; Лексикография немецкого языка. Уфа, 2000; Stilistische Aspekte der deutschen Wortbildung. Am Beispiel der zusammengesetzten und abgeleiteten Substantive. Ufa, 1995.

Р.З.Мерәҫов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика