ГАРСИЯ ЛОРКА Федерико (5.6.1898, Фуэнтевакерос а., Испания – 19.8.1936, Гранада ҡ. янында, ерләнгән ере билдәһеҙ), испан шағиры һәм драматургы. “Йырҙар” (“Песни”; 1927), “Сиған романсероһы” (“Цыганский романсеро”; 1928), “Канте хондо тураһында поэма” (“Поэма о канте хондо”; 1931) шиғри йыйынтыҡтары, “Мариана Пинеда” (1928), “Иерма” (1934) һ.б. пьесалар авторы. Ижадының төп темалары – мөхәббәт, йәшәү һәм үлем. Г.Л. әҫәрҙәрен Х.Т.Бикҡолов башҡ. теленә тәржемә иткән. Драматург пьесалары б‑са Салауат башҡорт драма театры сәхнәһендә “Ҡанлы туй” (“Кровавая свадьба”; реж. К.Р.Нәҙершин) һәм “Ах, Сабатера!” [“Ғәжәп башмаҡсы ҡыҙ” (“Чудесная башмачница”) әҫ. б‑са; реж. И.И.Вәлиев]; Урыҫ драма театрында (реж. В.П.Баронов) һәм Милли Йәштәр театрында (реж. О.З.Ханов) — “Бернарда Альба өйө” (“Дом Бернарды Альбы”); Ҡурсаҡ театрында “Дон Перлимплин мөхәббәте” (“Любовь дона Перлимплина”; реж. В.Н.Гаранин) спектаклдәре ҡуйылған.

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика