ҒАРИПОВ Рәми Йәғәфәр улы [12.2.1932, БАССР‑ҙың Үрге Ҡыйғы р‑ны Арҡауыл а. (БР‑ҙың Салауат р‑ны) — 20.2.1977, Өфө], шағир, тәржемәсе. БССР‑ҙың халыҡ шағиры (1992). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1960). М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑тын тамамлағандан һуң (Мәскәү, 1955) 1957 й. тиклем һәм 1962—67 йй. “Совет Башҡортостаны” гәз., 1957 й. Башҡ‑н дәүләт нәшриәтендә, 1958 й. “Әҙәби Башҡортостан” ж. (ҡара: “Ағиҙел”) эшләй, 1959 й. алып “Йүрүҙән” к‑зының һәм “Һарғамыш” с‑зының комсомол ойошмаһы секретары, 1961 й. “Путь Октября” (“Октябрь юлы”; ҡара: “На земле Салавата”) район гәз. бүлек мөдире, 1967—72 йй. “Башҡортостан ҡыҙы” ж. яуаплы секретары. “Йүрүҙән” исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1954 й. сыға. Ғ. шиғриәтенә юғары гражданлыҡ, нескә лиризм хас. “Таш сәскә” (1958), “Осоу” (1966), “Аманат” (1969) шиғри йыйынтыҡтарының төп темаһы — шәхестең ата‑бабалар хәтере алдында яуаплылығы, күп быуатлыҡ рухи ҡиммәттәргә тоғролоҡ. “Миләш‑кәләш” (1974), “Умырзая йыры” (1981)

һ.б. китаптарына ингән әҫәрҙәре нигеҙендә — үҙ халҡыңдың данлыҡлы үткәне м‑н ғорурланыу, туған телдең һәм мәҙәниәттең киләсәге өсөн борсолоу. “Йылыныу” осоронда ижад ителгән “Табыныу” (1987) поэмаһында автор И.В.Сталиндыңшәхес культын тәнҡитләй. Поэтик формаларының камиллығы, теленең һутлылығы һәм халыҡсанлығы, образдарының яңылығы м‑н Ғ. башҡ. шиғриәтен яңы кимәлгә күтәрә. Шағир башҡ. фольклоры традицияларына, атап әйткәндә, ҡобайыр жанрына мөрәжәғәт итә: “Аманат”, “Уйҙарым”. “Алдар менән Зөһрә” хикәйәтен, Ғүмәр Хәйәм робағиҙарын, Г.Гейне, М.А.Дудин, С.А.Есенин, М.Ю.Лермонтов, А.С.Пушкин һ.б. шиғырҙарын башҡ. теленә тәржемә иткән. Ғ. әҫәрҙәре урыҫ, белорус, татар телдәренә тәржемә ителгән. Ғ. шиғырҙарына комп. А.Х.Ғабдрахманов, А.М.Ҡобағошов, Р.В.Сәлмәнов, Р.Х.Сәхәүетдинова һ.б. йыр яҙған. БАССР‑ҙың Салауат Юлаев ис. пр. лауреаты (1988). Ғарипов Р. музейы, уның исеме бирелгән 1‑се гимназия‑интернатта (ҡара: Гимназияинтернат №1) кабинет‑музей асылған. Тыуған ауылында йорт‑музей эшләй, уның йортонда һәм гимназия терр‑яһында шағирҙың бюсы бар, Өфөлә һәм Ейәнсура р‑нының Иҫәнғол а. ул йәшәгән йорттарға мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған. Ғ. исеме м-н Өфөләге, тыуған ауылындағы, Күгәрсен р-ны Ҡаҙир а., Учалы р-ны Учалы а. һ.б. торама пункттарҙағы урамдар аталған. БДПУ-ның видеоүҙәгендә уҡыуҙа ҡулланылған “Рәми Ғарипов” документаль-публицистик фильмы төшөрөлгән. Уның исемендәге премия булдырылған (1996).

Ә ҫ ә р ҙ.: Минең антологиям: тәржемәләр. Өфө, 1990; Алырымҡош менән Бирмәмҡош: һайланма әҫәрҙәр. Өфө, 1992; Әҫәрҙәр: 3 томда. Өфө, 1996—2001.

Әҙәб.: Б и к б а е в Р.Т. Шағир һүҙе — шағир намыҫы: ижади портреттар, рецензиялар, сығыштар, интервью, мәҡәләләр. Өфө, 1997; Ш а ф и ҡ о в Г.Г. Крючья под ребро. Уфа, 1993; Б и к б а е в Р.Т. Рами: книга о поэте. Уфа, 2008.

Р.Т.Бикбаев

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика