ҒАМЗАТОВ Рәсүл Ғамзат улы (8.9.1923, Дағстан АССР‑ы Цада а. – 3.11.2003, Мәскәү), шағир. Дағстан АССР‑ының халыҡ шағиры (1959). Соц. Хеҙмәт Геройы (1974). 1950 й. алып Дағстан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе. “Минең тыуған йылым” (1950; “Год моего рождения”), “Бейек йондоҙҙар” (1962; “Высокие звёзды”), “Яҙыу тамғалары” (1963; “Письмена”), “Васыят” (2009; “Завещание”) һ.б. китаптар авторы. Ғ. шиғриәте гражданлыҡ, лиризм, милли колориты м‑н айырылып тора. Ғ. бер нисә тапҡыр Башҡортостанға килә, башҡ. яҙыусылары м‑н осраша. “Мостай Кәримгә” (“Мустаю Кариму”) шиғырында шағирҙың һәм шиғриәттең тәғәйенләнеше т‑да фекер йөрөтә. М.Кәрим әҫ. уның тәржемәһендә авар телендә баҫылып сыҡҡан. Ғ. шиғырҙарын Р.Й.Ғарипов, Х.Ғиләжев, М.Кәрим, Н.Нәжми, С.Әлибай һ.б. башҡ. теленә тәржемә иткән. Ленин (1963) һәм Сталин (1952) пр., К.Хетагуров ис. Төньяҡ Осетия Дәүләт әҙәбиәт пр. (2003) лауреаты.

Әҫәрҙ.: Дағстан йондоҙо. Өфө, 1965.

Әҙәб.: Нәжми Н. Яҡтылыҡ юғарынан төшә. Өфө, 1972.

С.Ә.Әлибаев

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика