АВТОКЛАВ ТӨҘӨЛӨШ МАТЕРИАЛДАРЫ, автоклавта ҡатырылған төҙөлөш материалдары һәм изделиелар. А.т.м. силикат кирбес, автоклав силикат бетондан эшләнгән изделиелар (стена өсөн һәм ҙур блоктар, бер һәм ике ҡатлы аҫмалы стена панелдәре, ҡат-ара һәм сарлаҡ таяуҙары өсөн бер ҡатлы плиталар) инә. Йылылыҡ үткәрмәүсе, конструкциялы йылылыҡ үткәрмәүсе һәм конструкция материалдары сифатында файҙаланыла.

Башҡортостанда А.т.м. етештереү өсөн кварцлы ҡом, эзбизташ һ.б. һаҡламдары бар. Силикатлы бәйләүес матдәләр (эзбизлы‑кремнезёмлы, цементлы һ.б.), һыу, кәрәк булған осраҡта — органик булмаған тулыландырыусы матдәләр һ.б. өҫтәмәләрҙән торған ваҡ дисперслы гомоген ҡатышмаларҙы артабан формалау һәм автоклавтарҙа 175—200°С т‑рала, 0,8—1,4 МПа баҫым аҫтында 8—16 сәғәт дауамында ҡуйыртылған һыу парҙары м‑н дымлы термик эшкәртеү (“парландырыу”) юлы м‑н алалар. Барлыҡҡа килгән кальций гидросиликаттары материалдың ҡатыуын, бөтөнлөгөн, һыуға сыҙамлылығын тәьмин итә. Силикат кирбес 1905 й. башлап Өфө төҙөлөш материалдары комбинатында етештерелгән, 1945 й. — Стәрлетамаҡ силикат кирбес заводында, 1978 й. алып Ҡабаҡ төҙөлөш материалдары заводында сығарыла, 1980 й. — “Силикат” силикат кирбес з‑дында (Ағиҙел ҡ.). 50‑се йй. алып Өфө тимер‑бетон заводында №1 күҙәнәкле бетондан йылылыҡ үткәрмәүсе автоклав күбекле бетон материалдары, Салауат тимер-бетон заводында тышҡы стена панелдәре, Стәрлетамаҡ тимер‑бетон заводында №1 комплекслы көпләү плиталары, йылылыҡ үткәрмәүсе онтаҡ етештерелә. 1984 й. “Сода” Стәрлетамаҡ ПБ‑нда (башлыса ауыл төҙөлөшө өсөн) күҙәнәкле бетондан цементһыҙ бәйләүес (кварц ҡом һәм сода етештереүҙең термик юл м‑н эшкәртелгән ҡалдыҡтарының — шламдарға дистилляция яһауҙан тороп ҡалған ҡаты ҡалдыҡтарҙың — нескә төйөлгән ҡатышмаһы) нигеҙендә, 1997 й. “Газосиликат” ЯСЙ‑нда (Өфө; күп ҡатлы каркаслы йорттар төҙөү, ш. уҡ шәхси төҙөүселәр өсөн) ҡатнаш бәйләүес нигеҙендә (эзбиз, портландцемент, кварцлы ҡом) ҡабарынған күҙәнәкле бетон массивын артабан механикалаштырылған киҫәкләү юлы м‑н ҡойоу технологияһы б‑са ваҡ стена блоктарын һынау өсөн етештереү башлана. 2010 й. башлап “Главбашстрой” ААЙ‑нда (Өфө р‑ны) газлы силикат блоктары (проект ҡеүәте йылына 230 мең м3) етештерелә.

БР‑ҙа 2000 й. 130 млн дана силикат һәм шартлы шлаклы кирбес, 2008 й. — 122; күҙәнәкле бетондан шуға ярашлы 0,5 һәм 3,6 млн дана ваҡ стена блогы етештерелгән. А.т.м. етештереү технологияһын камиллаштырыу б‑са ғилми тикшеренеүҙәр 50‑се йй. башлап БР‑ҙың Төҙөлөш комплексының ғилми‑тикшеренеү проект‑конструкторлыҡ һәм етештереү ин‑тында алып барыла. Сәнәғәт ҡалдыҡтарын (домна, яғыулыҡ шлактары; ТЭЦ‑тарҙан осҡан көл; күмер сығарыуҙан ҡалған көйөк тау тоҡомдары, кондицияһыҙ эзбиз һ.б.) файҙаланып А.т.м. етештереү технологиялары уйлап табыла. Ауыр автоклав бетондан стена һәм таяу панелдәре, подвал стеналары өсөн ҙур блоктар һ.б.; күҙәнәкленән — стеналар төҙөү өсөн төрлө тәғәйенләнешле панелдәр, ш. иҫ. көпләүҙәр, таяуҙар, ҙур һәм ваҡ стена блоктары, бүлеүсе һәм йылылыҡ үткәрмәүсе плиталар; еңеленән — эре стена блоктары сығарыла.

А.А.Оратовская

Тәрж. Ғ.Ғ.Бикбаева

Текст на русском языке