ҒӘЛӘҮЕТДИНОВ Ишмөхәмәт Ғилметдин улы (1.1.1948, БАССР‑ҙың Учалы р‑ны Сораман а. — 10.10.2015, Өфө, тыуған ауылында ерләнгән), тел белгесе. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1995), филол. ф. д‑ры (1992), проф. (1994). РФ‑тың (2005) һәм БАССР‑ҙың (1986) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре, РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2008). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1969) ТТӘИ‑лә эшләй (1992 й. алып бүлек мөдире). 1993 й. башлап БР ФА президиумының баш ғилми секретары вазифаһын башҡарыусы, 1996—2006 йй. Гуманитар фәндәр бүлегенең акад.‑секретары вазифаһын башҡарыусы, 2000—10 йй. ӨДСА ректоры, бер үк ваҡытта 2001 й. алып башҡ., урыҫ һәм сит телдәр каф. мөдире, 2010 й. — башҡ. теле һәм мәҙәниәте каф. мөдире. 2011 й. башлап “Проблемы востоковедения” ж. мөхәррире, бер үк ваҡытта 2014 й. алып БДУ-ның башҡ. тел ғилеме һәм этномәҙәни белем биреү каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге археография, текстология, әҙәби башҡорт теленеңтарихи үҫешен өйрәнеү проблемалары, балалар фольклоры м‑н бәйле. “Башҡорт әҙәби теленең ике быуаты” (“Два века башкирского литературного языка”; 2000) монографияһында автор 19 б. — 20 б. башы яҙма ҡомартҡылары нигеҙендә башҡ. әҙәби теленеңүҫешен яҡтырта, уның телдән тыш сәбәптәрен күрһәтә. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. РФА‑ның Шәрҡиәтселәр йәмғиәте президенты (2004—06).

Х е ҙ м.: Башҡорт әҙәби теленең тарихы. Өфө, 1993 (авторҙ.); “Тарих нама‑и булгар” Таджетдина Ялсыгулова. Уфа, 1990; Башкирские народные детские игры. Уфа, 2002.

Әҙәб.: А б д у л л и н А.Р. Востоковед из Уфы //Вестник Академии наук Республики Башкортостан. 1997. Т.2. №4.; Я м а л е т д и н М. Ишмөхәммәт Ғәләүетдинов: докум. повесть=Ишмухамет Галяутдинов: докум. повесть. Өфө, 2009

Э.Ф.Ишбирҙин

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика