ГАЛИН Салауат Әхмәҙиә улы (3.3.1934, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Үрге Ғәҙелбай а. — 29.3.2010, Өфө), фольклорсы, педагог‑методист. Филол. ф. д‑ры (1995), проф. (1995). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1980), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1980). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1975). Стәрлетамаҡ пед. ин‑тын тамамлаған (1958). 1962 й. алып ТТӘИ хеҙм‑ре, 1970 й. башлап Стәрлетамаҡ пед. ин‑тында эшләй: башҡ. филол. каф. мөдире, 1977—83 йй. проректор. 1987 й. алып  Башҡ‑н мәғарифты үҫтереү ин‑тында башҡ. теле һәм әҙәбиәте каф., 2004—10 йй. донъя һәм милли мәҙәниәттәр каф. мөдире. 1950—70 йй. (1964 й. алып етәксе) Башҡортостан, ш. уҡ Ҡурған, Ырымбур, Пермь, Һамар, Һарытау, Свердловск, Силәбе өлк. буйлап йыл һайын үткәрелгән фольклор‑этнографик экспедицияларҙа ҡатнаша. Фәнни эшмәкәрлеге башҡ. фольклористикаһы тарихына, фольклор жанрҙарын, башҡ. ауыҙ‑тел ижады ҡомартҡыларын тикшереүгә арналған. “Йылдар һәм йырҙар” (1967), “Башҡорт халҡының йыр поэзияһы” (1977) китаптарында башҡ. халыҡ тарихи йырҙары жанр‑тематика йәһәтенән классификацияланған һәм шиғри алымдарына характеристика бирелгән. “Башҡорт халыҡ эпосы” (“Башкирский народный эпос”; 2004) китабында башҡ. эпосының үҫеше ҡарала. Күп томлы “Башҡорт халыҡ ижады”, “Башҡорт халыҡ ижады” (урыҫ т.) йыйынтыҡтарының редколлегия ағзаһы һәм төҙөүселәренең береһе. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм уҡытыу‑методик әсбаптар авторы, “Башҡортостан мәҙәниәте” (“Культура Башкортостана”; 2002—2005) программаһының авторҙар коллективы етәксеһе, электрон әсбабының (2004) авторы. РФ Хөкүмәтенең мәғариф өлкәһендәге пр. (2001), Ғ.Сәләм ис. пр. (1968) лауреаты. Баймаҡ р-ны 1-се Этҡол а. мәсеткә Г. исеме бирелгән.

Х е ҙ м.: Заман һәм фольклор. Өфө, 1972; Тарих һәм халыҡ поэзияһы. Өфө, 1996; Тел асҡысы халыҡта: башҡорт фольклорының аңлатмалы һүҙлеге. Өфө, 1999; Башҡорт халҡының ауыҙ‑тел ижады. 2‑се баҫ., үҙгәр. Өфө, 2009.

Әҙәб.: Я й ы ҡ б а е в К.Я. Мәғрифәтсе мөғәллимдәр, күренекле уҡытыусылар һәм мәғариф эшмәкәрҙәре: тарихи-педагогик очерктар һәм һүрәтләмәләр. 1‑се кит. Өфө, 2003.

 

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика