ҒӘБИҘУЛЛИН Самат Мәһәҙи улы (30.10.1939, БАССР‑ҙың Бөрйән р‑ны Аҫҡар а. — 21.3.1997, БР‑ҙың ш. уҡ районы Иҫке Собханғол а.), шағир. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1990). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1988). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1963) Бүздәк р‑ны Ҡаңны‑Төркәй урта мәктәбендә эшләй, 1966 й. алып “Красный ключ” гәз. (1972 й. башлап баш мөхәррир урынбаҫары), 1976 й. — “Слава труду” (“Хеҙмәткә дан”; ҡара: “Кугарчинские вести”) гәз., 1979 й. “Ленинсы” гәз. хеҙм‑ре, 1980 й. “Коммунист” (ҡара: “Мечетлинская жизнь”) гәз. бүлек мөдире, 1981 й. алып “Таң” гәз. хеҙм‑ре (1995 й. тиклем яуаплы секретарь). “Тауыш килә тауҙарҙан” исемле тәүге китабы 1967 й. нәшер ителә. Ғ. шиғриәтенә ысынбарлыҡты яҡты тойоу, нескә лиризм хас. “Шаңдаҡ” (1971), “Күңелем бишеге” (1986) йыйынтыҡтарына ингән әҫәрҙәрендә шағир тыуған еренең матурлығын данлай, үҙ халҡының рухи ҡеүәтенә ышаныс белдерә. “Көнөбөҙ” (1996) китабының нигеҙендә — Ватан яҙмышы хаҡында борсолоулы уйланыуҙар. С.Мөхәмәтҡолов ис. пр. лауреаты (1994). Ғ. исеме менән тыуған ауылында һәм Иҫке Собханғолда урамдар аталған; Аҫҡар урта мәктәбендә музей‑кабинет асылған; “Таң” гәз. редакцияһы бинаһында уға мемориаль таҡтаташ ҡуйылған (бөтәһе лә — Бөрйән р‑ны). 2010 й. Бөрйән р‑ны хакимиәте тарафынан уның исемендәге пр. булдырыла.

Ә ҫ ә р ҙ.: Сыңлар ҡылдарым: шиғырҙар. Өфө, 1990.

 Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика