ВУКОЛОВ-ЭРЛИК (Вуколов) Филипп Николаевич [18.11.1902, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Кесе Мәнәүез а. (БР‑ҙың Бишбүләк р‑ны) — 28.7. 1979, БАССР‑ҙың Туймазы р‑ны Серафимовка ҡсб], яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1969). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. ГИТИС‑ты тамамлағандан һуң (1932—35) Сыуаш АССР‑ының Мәғариф ХК эргәһендәге сәнғәт секторы мөдире. 1936—41 йй. тиклем — Башҡ. муз. уч‑щеһы, 1945 й. алып БАДТ студияһы уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта Респ. халыҡ ижады йортонда методист; 1948—58 йй. Бәләбәй, Бишбүләк р‑ндары, Өфө мәктәптәрендә уҡытыусы. Башҡ. радиоһында сыуаш телендәге тапшырыуҙарҙың авторы һәм алып барыусыһы (1945—49). “Бәхет эҙләүселәр” (1966; сыуаш телендә) повесы нигеҙендә — Башҡортостандың сыуаш ауылдары тарихы, сыуаштарҙың башҡорт ихтилалдарында (17—18 бб.) ҡатнашыуы. “Үлемһеҙ моң” (“Бессмертная мелодия”; 2005) поэмаһы яҙыусының яҡташтарына арналған. К.В.Ивановтың “Нарспи” поэмаһы б‑са ш. уҡ исемдәге муз. драма (1938), “Бәхеткә илткән юлда” (1934; икеһе лә — сыуаш телендә) драмаһы авторы. Сыуаш фольклоры б‑са бай ма‑ териал туплай һәм өйрәнә. В.‑Э. хи‑ кәйәләрен башҡ. теленә М.Кәрим, Ғәли Ғ.Ибраһимов тәржемә иткән. В.‑Э. исеме тыуған ауылындағы урамға бирелгән, уға стела ҡуйылған.

Ә ҫ ә р ҙ.: Сын полка — музыкант. Уфа, 2005.

Әҙәб.: П р о х о р о в а М. Телей шыракансем= Искатели счастья. Белебей, 2005. 

 

А.Ф.Семёнов, И.Г.Тарасов

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

Текст на русском языке

 

 

Яндекс.Метрика