ВИЛДАНОВ Әхәт Ханнан улы (1.8. 1944, БАССР-ҙың Маҡар р-ны Кәбәс ҡсб, хәҙ. БР-ҙың Ишембай р-ны Кәбәс а.), әҙәбиәт белгесе. Филол. ф. канд. (1978). БР-ҙың атҡ. мәғариф хеҙм-ре (2007), РФ-тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм-ре (2009), БР-ҙың мәғариф отличнигы (2006). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1994). БДУ‑ны тамамлаған (1970). 1974 й. алып ТТӘИ-лә эшләй; 1982 й. — БДПУ-ла: 1984—90 йй. әҙерлек ф‑ты деканы, 1993—2004 йй. башҡ. әҙәбиәте һәм мәҙәниәте каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1995—96 йй. башҡ. филол. факультеты деканы. Фәнни тикшеренеүҙәре башҡорт әҙәбиәте тарихына арналған. Аҡмулла, И.Ә. Абдуллин, Ә.Х.Вәхитов, Р.Ғ.Солтангәрәев һ.б. ижады т‑да тәнҡит мәҡәләләре авторы. “Башҡорт әҙәбиәте тарихы” (1990—1996) баҫмаһы авторҙарының береһе, 60-тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Аҡмулла ис. пр. лауреаты (1990).

Х е ҙ м.: Аҡмулла — яҡтылыҡ йырсыһы. Өфө, 1981; Башкирские просветители-демократы ХIХ века. М., 1981 (авторҙ.).

С.Ғ.Сафуанов

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика