ВӘЛИШИН Роман Григорьевич (Ғәлиәскәр улы) (13.12.1937, БАССР-ҙың Ҡалтасы р‑ны Үрге Тиктәм а. — 10.11. 1979, Ижевск), яҙыусы. Удмурт пед. инт‑ын тамамлағандан һуң (Ижевск, 1961) Удмурт АССР‑ында йәшәй һәм эшләй: 1967 й. алып Грахов р‑нының “Сельская новь” (“Ауыл сиҙәме”) гәз. баш мөхәррире, 1970 й. — “Советская Удмуртия” (“Совет Удмуртияһы”; Ижевск) гәз., 1978 й. — “Молот” (“Сүкеш”) ж. әҙәби хеҙм‑ре, Удмурт АССР‑ы Яҙыусылар союзының әҙәби консультанты. “Инвожо төн уртаһында яҡтыра” (1976), “Һәпәләк” (1978; икеһе лә — удмурт телендә) һ.б. повестар авторы. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тыл хеҙмәтсәндәренең тормошон, тыуған илгә һөйөүен һәм фиҙакәрлеген күрһәткән “Елдәр тауы” (1978; удмурт телендә) повесын В. яҡташтарына — ҡалтасылыларға арнаған. Удмурт АССР‑ының әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге Дәүләт пр. лауреаты (1980). Тыуған ауылында мәҙәниәт йорто бинаһында мемориаль таҡтаташ ҡуйылған һәм музей асылған.

Ә ҫ ә р ҙ.: Первая осень: повесть, рассказы. Ижевск, 1976; Дедушкин родник: рассказы. М., 1981.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика